13:26 (UTC+5), 27 Февраля 2018

Теплица хужалығы буйынса пландарыбыҙ ҙур — Башҡортостан башлығы

автор
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республиканың теплица хужалығы буйынса пландары ҙур, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Эксперт-Урал» журналына интервьюһында.
Дөйөм алғанда, 2017 йылда төбәктә 2,5 гектар яңы теплица файҙаланыуға тапшырылған. Ағымдағы йылда яҡынса шунса төҙөү күҙаллана.
«Ләкин был ғына аҙ. 30 гектар иҫке теплицаны һүтеп, уларҙың урынына яңыһын төҙөргә кәрәк. Хаҡы — алты-һигеҙ миллиард һум. Инвесторҙар эҙләйбеҙ. Ҙур структуралар, шул иҫәптән банктарҙың проекты менән ҡыҙыҡһынабыҙ. Ошо производствоны төҙөрбөҙ һәм бөгөнгө кеүек 17 мең тонна продукция түгел, ә кәм тигәндә 50 мең тонна алырбыҙ, тип ышанам», — тип өҫтәне Рөстәм Хәмитов.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, әле Башҡортостан Республикаһы илдең ауыл хужалығы ойошмаларында теплицала йәшелсәләр үҫтереү буйынса иң яҡшы биш төбәге иҫәбенә инә.
Һуңғы бер нисә йылда илдә теплицала йәшелсәләр етештереү өҙлөкһөҙ арта, тип билдәләй эксперттар. 2017 йылда йәшелсәләрҙең тулайым йыйымы 952,6 мең тонна тәшкил иткән. Был 2016 йылға ҡарағанда (813,6 мең тонна) 17% күберәк һәм 2015 йылғы кимәлдән (709, 8 мең тонна) 34,2% юғарыраҡ.
Бөгөн теплицала йәшелсәләр үҫтереү — ауыл хужалығында дәүләт сәйәсәте өҫтөнлөктәренең береһе, айырыуса импортты алмаштырыу шарттарында. Мәҫәлән, өс йылда йәшелсәләр импорты ике тапҡырҙан ашыуға кәмегән — 2014 йылда 2,4 миллиондан 2016 йылда 1,1 миллионға тиклем.
«Эксперт-Урал» журналына интервьюның тулы тексы менән республика Башлығы сайтында танышырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1121737-u-nas-bolshie-plany-po-teplichnomu-khozyaystvu-glava-bashkirii-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика