11:08 (UTC+5), 27 Февраля 2018

Республикала Йәштәр праймеризының ярымфиналы башланды

«Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында «Йәштәр праймеризы» проектының ярымфинал этабы башланды. Тәүге алты спикер республиканың Профсоюздар йорто майҙанында ҡыҙыу фекер алышыуға ҡушылды, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәтенән.
Фекер алышыуҙың темаһы төбәктәге ҡала һәм район йәштәрен гражданлыҡ йәмғиәте институттары эшенә һәм республиканың ижтимағи-сәйәси тормошона йәлеп итеү ине. Кандидаттарҙың һәр береһе үҙ программаһында теманы яҡшы белеүен күрһәтте, ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса тәҡдимдәр индерҙе.
«Бөгөн йәштәр праймеризы форматы яңы һәм көнүҙәк булып тора. Блог өлкәһе вәкиле булараҡ, йәмғиәттәге етди мәсьәләләргә яңыса ҡарашты белгем килә», — тине популяр блогер, танылған телевидение алып барыусыһы Светлана Лобанова.
Был юлы праймеризда еңеүселәр һайлаусылар коллегияһының тауыш биреүе буйынса билдәләнде. Уға төбәктәге төрлө йәштәр ойошмалары һәм хәрәкәттәре: Рәсәйҙең студент отрядтары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Йәш юристар советы, Йәш яҡташтар ассоциацияһы, Йәш армия, Өфөнөң Йәштәр йәмәғәт палатаһы вәкилдәре инде.
Дебаттар һөҙөмтәләре буйынса тәүге ярымфинал майҙансығы лидеры — Айнур Шәйбәков. Финалда бөтәһе 31 ҡатнашыусы сығыш яһай. Йәш лидерҙар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары ярҙамсылары вазифаһына, «Берҙәм Рәсәй» партияһының кадрҙар резервына тәҡдим ителә һәм «Гражданлыҡ университеты»нда түләүһеҙ белем алыу мөмкинлегенә эйә була.
http://www.bashinform.ru/news/1122023-v-bashkirii-startoval-polufinal-molodezhnykh-praymeriz/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика