13:00 (UTC+5), 27 Февраля 2018

Константин Толкачев: «Эске эштәр министрлығының ҡануни тәҡдимдәре иғтибарға алынырға тейеш»

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 27 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы Рәйесе Константин Толкачев республика парламентының профилле комитеттарына февралдә Дәүләт Йыйылышының пленар ултырышында депутаттар алдында республика буйынса эске эштәр министрының отчеты барышында яңғыраған тәҡдимдәрҙе анализларға һәм тейешле ҡануни ҡарарҙар әҙерләргә йөкләмә бирҙе.
«Һөйләшеү йөкмәткеле килеп сыҡты. Депутаттар биргән байтаҡ һорауҙар һайлаусыларыбыҙҙан килгән. Уларға яуап биргәндә министр республика ҡануниәтен камиллаштырыу һәм ҡануни башланғыстарҙы Дәүләт Думаһына индереү буйынса бер төркөм тәҡдимдәрҙе белдерҙе. Был саралар граждандарыбыҙҙың хоҡуҡтарын һөҙөмтәлерәк яҡлау өсөн кәрәк, улар иғтибарға алынырға тейеш», — тип аңлатма бирҙе Константин Толкачев.
Закондар сығарыусы билдәләүенсә, Дәүләт Йыйылышы хоҡуҡ һаҡлау органдары менән үҙ-ара эшмәкәрлекте көсәйтеүгә баҫым яһаясаҡ. Апрелдә депутаттар оҡшаш схема буйынса законлылыҡтың хәле тураһында республика Прокуратураһын тыңларға һәм тикшерергә ниәтләй.
«Һөҙөмтәлә нәҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшмәкәрлеге закондар ҙурлығының, шул иҫәптән уны төбәк өлөшөнөң һөҙөмтәлелеген билдәләй. Шуға закондар сығарыу процесы ла төрлө яҡтар тәҡдиме менән алып барылырға тейеш, — тине Константин Толкачев. — Дәүләт Йыйылышында хоҡуҡ һаҡлау ведомстволары етәкселәренең отчеттарын тикшереүҙе республикала йәшәүселәр ысын ваҡыт режимында төбәк парламенты сайтында күҙәтә ала».
http://www.bashinform.ru/news/1122026-konstantin-tolkachev-zakonodatelnye-predlozheniya-mvd-ne-dolzhny-uyti-v-pesok/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика