04:00 (UTC+5), 22 Февраля 2018

Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе менән 1 мартта сығыш яһай

Кремлин.ру
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Рәсәй президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе менән 1 мартта сығыш яһай. Ошо хаҡта ТАСС агентлығы хәбәр итте дәүләт башлығы матбуғат секретары Дмитрий Песковҡа һылтанып. Әлеге ваҡытта Владимир Путин текст өҫтөндә эшләй.
«Әлбиттә, мөрәжәғәтнамәне әҙерләү эске осрашыуҙар, кәңәшмәләр менән бер юлы бара», — тине президенттың матбуғат секретары.
Мөрәжәғәтнамәлә дәүләт башлығы яҡындағы йылға һәм киләсәккә күҙ алдына килтергән ил үҫеше йүнәлештәрен һөйләргә ниәтләй. Шулай уҡ Владимир Путин эштәрҙең торошон баһаларға һәм эске, тышҡы сәйәсәт йүнәлештәрен баһаларға күҙаллай. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе менән 12-се тапҡыр мөрәжәғәт итәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1120578-vladimir-putin-oglasit-poslanie-federalnomu-sobraniyu-1-marta/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика