11:28 (UTC+5), 21 Февраля 2018

Башҡортостанда «Реаль эштәр» проектында ҡатнашыу өсөн 800-гә яҡын ғариза килгән

«Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Реаль эштәр» төбәк проектында ҡатнашыу өсөн 800-гә яҡын ғариза бирелгән. Әле мөрәжәғәттәрҙе ҡарау этабы бара. «Берҙәм Рәсәй»ҙең партия проекты координаторы Рузалиә Хисмәтуллина йәмәғәт советы ултырышында ошо хаҡта хәбәр итте.
Ағымдағы йылда һайлаусыларҙың наказдарын тормошҡа ашырыуға 175 миллион һум самаһы аҡса бүленгән. Шуның 153 миллионы республиканың Дәүләт Йыйылышы депутаттары исеменә килгән мөрәжәғәттәргә тотонолған. Ә 22 миллион һумдан ашыуырағы Дәүләт Думаһы депутаттарына һәм Федерация Советы ағзаларына наказдарға йүнәлтелә.
Былтыр «Реаль эштәр» сиктәрендә 892 наказ тормошҡа ашырылған. Проектты финанслау элекке кимәлдә ҡалған. Уртаса алғанда, һәр муниципаль берәмеккә 2 миллион һумдан саҡ ҡына ашыуыраҡ тура килә. Мөрәжәғәттәр социаль йүнәлеште һаҡлап ҡалған. Нигеҙҙә халыҡ аҡсаны балалар баҡсаларын, ауыл мәҙәниәт йорттарын, мәктәптәрҙе, иҫтәлекле стелаларҙы, йәйәүлеләр зонаһын һәм шишмәләрҙе яңыртыуға йүнәлтеүҙе һорай.
Әле килгән ғаризаларҙы февраль аҙағына тиклем тикшереү һәм 1 мартта ағымдағы йылда проектҡа индерелгән объекттар исемлеген төҙөү ҡаралған, тип асыҡлыҡ индерҙеләр партияның төбәк бүлексәһендә.
http://www.bashinform.ru/news/1120137-v-bashkirii-postupilo-okolo-800-zayavok-dlya-uchastiya-v-proekte-realnye-dela/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика