13:00 (UTC+5), 21 Февраля 2018

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев аграр университеты студенттары менән осрашты

БР Үҙәк һайлау комиссияһының матбуғат хеҙмәте
БР Үҙәк һайлау комиссияһының матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 21 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары һәм уҡытыусылары менән осрашты, йәш һайлаусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Сарала университет ректоры Илдар Ғәбитов һәм ректор советнигы, профессор Рузил Авзалов ҡатнашты.
Осрашыу барышында Хәйҙәр Вәлиев студенттарға Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау һәм һайлау процесындағы, ҡануниәттәге үҙгәрештәр, комиссияларҙы һайлау көнөнә әҙерләү хаҡында һөйләне. Йәш һайлаусыларҙың хәрәкәтсәнлеген иҫәпкә алып, республика Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе торған урын буйынса яңы тауыш биреү технологияһы хаҡында тулы мәғлүмәт бирҙе.
Хәйҙәр Вәлиев сығыш яһағандан һуң студенттар торған урын буйынса ғариза тултырыу тәртибе тураһында Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәт ролигын ҡараны. Йәш һайлаусылар Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесенә һайлау исемлегенә һәм аныҡ бер һайлаусы хаҡында индерелгән мәғлүмәттәрҙең дөрөҫлөгөн тикшереүгә, шулай уҡ сит илдә булған студенттарға, ваҡытынан алда тауыш биреү мөмкинлегенә ҡағылышлы һорауҙар бирҙе.
Осрашыуҙы йомғаҡлап, Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе тауыш биреү көндө 2018 йылдың 18 мартында һайлау участкаларына килергә һәм үҙҙәренең һайлау хоҡуғын башҡарырға саҡырҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1120131-glava-tsentrizbirkoma-bashkirii-khaydar-valeev-vstretilsya-so-studentami-agrarnogo-universiteta/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика