03:40 (UTC+5), 20 Февраля 2018

Владимир Путин коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙамға 8 миллиард һум бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы

Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Дүшәмбе, 19 февралдә, Рәсәй президенты Владимир Путин коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға булышлыҡ итеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы. Документҡа ярашлы, Президент гранттары фондына 2018 йылда ике конкурс уҙғарырға ҡушылған. Уларҙа коммерцияға ҡарамаған ойошмалар араһында 8 миллиард һум бүленәсәк. Ойошмаларға был сараларҙы социаль мөһим проекттарҙы һәм кеше хоҡуҡтарын һәм азатлығын яҡлау өлкәһендәге программаларҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтергә кәрәк буласаҡ.
Билдәләп үтергә кәрәк, уҙған йыл менән сағыштырғанда сумма бер миллиард һумға артҡан. Шулай уҡ бойороҡта «Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә йәш таланттарҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү» тигән яңы йүнәлеш өҫтәлгән.
«Конкурста ҡатнашыуға ғаризаларға талаптар яңы йүнәлеш туйынса тәҡдим ителгән проекттарҙан тыш үҙгәрмәгән. Улар өсөн конкурс хаҡындағы положение менән өҫтәмә талаптар билдәләнгән. Асылында иһә, яңы йүнәлеш сиктәрендә «конкурстар конкурсы» – йәш таланттарҙы асыҡларға мөмкинлек биргән илдә иң яҡшы ижади конкурстарҙы һәм фестивалдәрҙе һайлау һәм уларға ярҙам итеү уҙғарыласаҡ. Шул уҡ ваҡытта уларҙа еңеүселәр һәм лауреаттар Координация советы менән билдәләнгән процедураларға ярашлы президенттан тура финанс ярҙам алыуға дәғүә итә ала», — тип һөйләнеләр Президент гранттары фондында.
20 февралдә беренсе конкурста ҡатнашыуға ғаризалар ҡабул ителә башлай. Тулыраҡ бында.
http://www.bashinform.ru/news/1119350-vladimir-putin-podpisal-rasporyazhenie-o-vydelenii-8-mlrd-rubley-na-podderzhku-nko/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика