15:05 (UTC+5), 20 Февраля 2018

Республикала рус, башҡорт һәм татар телдәрендә һайлау бюллетендәре баҫыла башланы

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2018 йыл, 20 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү өсөн һайлау бюллетендәрен әҙерләү башланды. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы ҡарарына ярашлы, төбәк өсөн 3 миллион 68 мең 66 дана бюллетень баҫыла. КОИБ-тар өсөн махсус рәүештә 348 900 дана әҙерләү күҙаллана.
Ғәҙәттәгесә, бюллетендәр өс телдә баҫыла: 2 миллион 532 мең 966-һы — рус, 348 300-ө — башҡорт һәм 186 800-ө татар телендә. Һәр бюллетендә рус телендә лә текст булырға тейеш, тип асыҡлыҡ индерҙеләр республика Үҙәк һайлау комиссияһында.
Бюллетендең һаҡлағысы бер нисә элементтан тора: бер яғында — йәшел төҫтәге һаҡлағыс селтәр, уң яҡтағы өҫкө мөйөштә — махсус марка. Бынан тыш, унда участка һайлау комиссияһының хәл иткес тауышҡа эйә ағзаларының ике ҡултамғаһы һәм комиссияның мисәте ҡуйыла. Ошондай элементтары булмаған бюллетень һанағанда иҫәпкә алынмай.
Һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстарын ҡулланған осраҡта һаҡлағыс селтәр, махсус марка һайлау бюллетененең икенсе яғына йәбештерелә. Бөтә бюллетендәр ҙә тауыш биреү башланғансы тултырылырға тейеш.
Илдә Рәсәй Президентын һайлауҙа тауыш биреү өсөн бөтәһе 111 миллион 425 мең 443 бюллетень әҙерләнә.
http://www.bashinform.ru/news/1119571-v-bashkirii-pristupili-k-pechati-izbiratelnykh-byulleteney-na-trekh-yazykakh-russkom-bashkirskom-i-t/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика