12:22 (UTC+5), 16 Февраль 2018

Башҡортостанда Йәштәр праймеризының 17 ярымфиналсыһы билдәләнде

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Йәштәр праймеризының 17 ярымфиналсыһы билдәләнде. Хәҙер республиканың өс ҡалаһында еңеүселәрҙе билдәләргә ҡалды. Сибайҙа дебаттар — 17 февралдә, Октябрьскийҙа — 19 февралдә, Стәрлетамаҡта 20-21 февралдә уҙа. Буласаҡ сәйәсмәндәр Өфөлә, Бөрөлә һәм Нефтекамала телмәр оҫталығын күрһәтте лә инде.
Ойоштороусылар әйтеүенсә, ярымфиналдар февраль аҙағында үткәрелә, финалсы иһә март башында билдәләнә. Йәштәр праймеризында йомғаҡлау ярыштары Башҡортостандың баш ҡалаһында була.
Йәштәр праймеризында Башҡортостандан 200-ҙән ашыу йәш лидер ҡатнаша. Әүҙем йәштәр араһында праймериз уҙғарыуҙа республика Рәсәйҙә тәүге төбәк булды. Йомғаҡтар буйынса иң яҡшы ҡатнашыусыларҙың кандидатуралары Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаты ярҙамсыһы вазифаһына тәҡдим ителә. Парламентта эшләү тәжрибәһенән тыш, дебаттарҙа еңеүселәргә «Гражданлыҡ университеты»нда бушлай белем алыу мөмкинлеге бирелә.
8 февралдә Йәштәр праймеризында ҡатнашыусылар #КиләсәкБЕҘҘЕҢҡулда акцияһына ҡушылды. Дебаттарҙа ҡатнашыусылар социаль селтәрҙәрҙә үҙҙәренең фотоһүрәттәре менән бүлешә һәм киләсәккә пландары менән уртаҡлаша.
Өфөлә башланған акцияға Рәсәйҙең башҡа ҡалалары ла ҡушылды. Әле «Инстаграм» һәм «Бәйләнештә» селтәрендәге илһөйәрлек флешмобына Мәскәү, Ялта, Силәбе, Төмән, Бөгөлмә (Татарстан) һәм башҡа ҡалаларҙа йәшәүселәр йәлеп ителгән.
Йәштәр үҙҙәренең фекерҙәре, тормошҡа маҡсаттары, хыялдары хаҡында яҙа. Шулай итеп, ил Президенты Владимир Путиндың Өфөгә, моторҙар эшләү берекмәһенә, сәфәре көнөндә башланған акция илдә киң таралыу алды.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, социаль селтәрҙәге патриотик акцияны Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы — Өфө моторҙар эшләү берекмәһенең биш йәш инженеры башлап ебәрҙе. Улар #КиләсәкБЕҘҘЕҢҡулда билдәһе һәм киләсәк символы менән селфиһын интернетҡа ҡуйҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1118162-v-bashkirii-opredeleny-17-polufinalistov-molodezhnykh-praymeriz/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика