07:09 (UTC+5), 16 Февраля 2018

Башҡортостан менән Владимир өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 16 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Сочи-2018» Рәсәй инвестиция форумы барышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов һәм Владимир өлкәһе губернаторы Светлана Орлова Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм Владимир өлкәһе хакимиәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Биш йылға иҫәпләнгән документ ике яҡлы бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм нығытыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Килешеүгә ярашлы, төбәктәр сауҙа, инвестициялар, ауыл хужалығы, урман сәнәғәте, фән, юғары технологиялар, транспорт, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, энергетика, ҡала төҙөлөшө, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, экология, мәҙәниәт, спорт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итергә тейеш. Шулай уҡ закон сығарыу, дәүләт милли һәм йәштәр сәйәсәтен бойомға ашырыу, хеҙмәт мөнәсәбәттәре һәм социаль сәйәсәт, мәғлүмәтләштереү һәм элемтә, киң мәғлүмәт саралары өлкәһендә тәжрибә алмашыу күҙ уңында тотола.
– Мөнәсәбәттәребеҙ һәйбәт, командалар эшләй, беҙ һәр саҡ мәғлүмәттәр менән алмашабыҙ. Станоктар, машиналар эшләү, дарыуҙар, ҡорамалдар етештереү йәһәтенән үҫешкәнбеҙ, – тине Светлана Орлова. – Мин етәксегегеҙҙе бик хөрмәт итәм, сөнки бер-беребеҙҙе күптән беләбеҙ, федераль кимәлдә бергә эшләнек. Мин уға ышанам. Байтаҡ мәсьәләләр буйынса ул миңә остаз кеүек тип иҫәпләйем, кәңәштәренә һәр саҡ ҡолаҡ һалам.
– Ысынлап та, беҙ бер-беребеҙгә бик кәрәк, һәм, һис шикһеҙ, беҙҙең төбәктәр яҡын һәм тығыҙ хеҙмәттәшлек итергә тейеш, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Беҙ бер илдә йәшәйбеҙ, ләкин Рәсәй Федерацияһы субъекттарының потенциаль мөмкинлектәрен белеп бөтмәйбеҙ. Ошондай килешеүҙәр, үҙ-ара эш итеүҙәр аша үҫеш өсөн яңы мөмкинлектәр һәм яңы мәғлүмәт алабыҙ.
Светлана Орлова Башҡортостан делегацияһын июнь айында Владимир иҡтисади форумында ҡатнашырға саҡырҙы.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика