11:30 (UTC+5), 14 Февраля 2018

Республиканың балалар театрҙарына булышлыҡ итеүгә биш милион һум бүленгән – Сергей Безруков

Булат Ғәйнетдинов
Булат Ғәйнетдинов
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан балалар театрҙарына булышлыҡ итеүгә федераль ҡаҙнанан 5 миллион һум ала. Был турала шишәмбе, 13 февралдә, республикаға сәфәре барышында Рәсәйҙең халыҡ артисы, актер Сергей Безруков хәтергә төшөрҙө. Владимир Путиндың ышаныслы кешеһе, Мәскәү губерния драма театрының художество етәксеһе менән осрашыу Рәсәй Президенты вазифаһына дәғүәсенең төбәк һайлау штабында үтте.
«Минең йүнәлеш – театр, мин шуның менән йәшәйем. Театрҙа үҫкәм, унда – минең бөтә тормошом», — тине Сергей Безруков.
Нәҡ артистың башланғысы буйынса Рәсәйҙә балалар театрҙарына күберәк ярҙам итә башланылар. Былтыр Сергей Безруков «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Театрҙар — балаларға» проекты инициаторы булып сығыш яһаны. Ул проекттың йәмәғәт советын етәкләне. Быйыл ул «Кесе Ватан мәҙәниәте» берләшкән проектының бер өлөшөнә әйләнде.
«Иң мөһиме өс проектты берләштерҙеләр, әммә уларҙың финанслауын түгел. Финанслауҙы берләштерһәләр, балалар театрҙарына ҡалған аҡсалар ғына тейер тип ҡурҡҡайным. Әлегә Башҡортостанға биш миллион һум самаһы бүленгән, әммә өҫтәмә финанслау буласаҡ», — тип аңлатты Сергей Безруков.
Бөгөн балалар театрҙары заманса кинотеатрҙар менән бер тиң кимәлдә конкуренция итә алһын өсөн, уларға ярҙам итеү айырыуса көнүҙәк, тигән фекерҙә артист.
«Күп кенә театрҙарға ҡиммәтле спектаклдәр генә түгел, капиталь ремонт та кәрәк. Балаларҙың театр хаҡында тәьҫораттары ниндәй залда булыуынан, ниндәй ултырғыстарҙа ултырыуын башланырға тейеш. Балалар өсөн бөтә нәмәне ныҡ матур һәм ҙур итеп эшләргә кәрәк, сөнки был уларҙың сәнғәт һәм театр хаҡында тәүге тәьҫораты», — тине актер.
Шул уҡ көндө Сергей Безруков Өфө дәүләт сәнғәт институты студенттары һәм ирекмәндәре менән осрашты. Мәскәү губерния драма театрының художество етәксеһе һәм театр режиссеры булараҡ ул йәш быуынға шәхси тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Актер ижади кисәне акустик гитарала уйнау менән дауам итте.
http://www.bashinform.ru/news/1116438-na-podderzhku-detskikh-teatrov-bashkirii-vydeleno-pyat-millionov-rubley-sergey-bezrukov/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика