08:20 (UTC+5), 14 Февраля 2018

Республикала Үҙәк һайлау комиссияһы йәмәғәт күҙәтеүселәрен һайлау ҡануниәте менән таныштыра

БР Үҙәк һайлау комиссияһы
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 14 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда һайлауҙарҙа йәмәғәт күҙәтеүселәрен уҡытыу дауам итә. Салауатта республиканың Йәмәғәт палатаһы күҙәтеүселәрен уҡытыу буйынса зона семинары үтте. Семинарҙа Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова, Йәмәғәт палатаһы Аппараты етәксеһе Радик Юлбаев, Күмертау, Мәләүез һәм Салауат ҡалаларының территориаль һайлау комиссиялары рәйестәре ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусылар 2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау сиктәрендә йәмәғәт күҙәтеүе буйынса мәсьәләләрҙе тикшерҙе. Тауыш биреү көндө һайлау участкаһында эшләгәндә йәмәғәт күҙәтеүсеһенең статусына, уның хоҡуҡтарына һәм йөкләмәләренә айырыуса иғтибар бүленде. Ошо хаҡта үҙ сығышында Үҙәк һайлау комиссияһы секретары Марина Долматова ентекләп һөйләне. Һуңында семинарҙы ойоштороусылар унда ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
http://www.bashinform.ru/news/1116850-v-bashkirii-tsik-znakomit-obshchestvennykh-nablyudateley-s-izbiratelnym-zakonodatelstvom/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика