12:00 (UTC+5), 13 Февраль 2018

Башҡортостанда Президентлыҡҡа кандидаттар һәм сәйәси партиялар агитация өсөн ваҡыт бүлде

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 13 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Рәсәй Президенты вазифаһына кандидаттар һәм уларҙы күрһәткән сәйәси партиялар өсөн бушлай эфир ваҡыты бүленде. Йәрәбәне төбәк Үҙәк һайлау комиссияһы башлығы Хәйҙәр Вәлиев асып ебәрҙе. Ул һайлау кампанияһының сираттағы этабы һәм киң мәғлүмәт сараларында агитация үткәреү ҡағиҙәләре тураһында һөйләне. Бушлай ваҡыт һигеҙ теркәлгән кандидат һәм уларҙы күрһәткән ете сәйәси партия араһында бүленде.
Сәйәси партия вәкилдәре һәм кандидаттарҙың ышаныслы кешеләре Башҡортостан республикаһында таратыу менән «Рәсәй-1» һәм «Рәсәй-24» телеканалдарында, «Рәсәй радиоһы», «Маяҡ», «Вести ФМ» радиоканалдарында, Башҡортостан юлдаш телевидениеһында, «Юлдаш», «Спутник ФМ» радиоканалдарында ваҡытты бүлеп алды.
«Һәр телерадиоканалға авгитация уҙғарыу өсөн 510 минут ваҡыт бүленә. Рәсәй Президентын һайлауҙа бушлай агитация осоро 19 февралдә башлана һәм 16 мартҡа тиклем дауам итә. Эфир ваҡытының яртыһы, 255 минут, кандидаттарға уртаҡ агитация саралары, мәҫәлән, дебаттар, өстән бер өлөшө кандидаттар күрһәткән сәйәси партияларға агитация материалдарын ҡуйыуға бүленә һәм ҡалған өлөшө – 85 минут кандидаттарға һайлау алды агитация роликтары урынлаштырыу өсөн бирелә», — тип һөйләне партия вәкилдәренә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһының баш юрисконсультанты.
Шыбаға тартыу барышында Үҙәк һайлау комиссияһы вәкилдәре һайлау алды агитацияһы сиктәрендә булған сикләүҙәр хаҡында хәтергә төшөрҙө. Улар иҫәбендә – икенсе кандидатҡа ҡарата кире фекер әйтеү, агитация материалдарында бәлиғ булмағандарҙың һүрәттәрен ҡулланыу, милли һәм дини ыҙғыш тыуҙырыу тыйыла.
Теләһе бер кандидат уртаҡ агитация сараларын уҙғарыуҙан баш тарта ала, әммә бынан башҡа кандидаттарҙың эфир ваҡыты кәмемәйәсәк, ә уның ваҡыты был уртаҡ сарала ҡатнашыусылар араһында бүленәсәк.
Агитация материалының йөкмәткеһе тыйыуға инһә, телерадиокомпаниялар кандидаттарға хәбәр итә һәм үҙгәрештәр индерергә кәңәш бирә. Бәхәс килеп тыуғанда, һәр аныҡ осраҡты Үҙәк һайлау комиссияһының мәғлүмәти бәхәстәр буйынса эшсе төркөмө тикшерә.
http://www.bashinform.ru/news/1116274-v-bashkirii-kandidaty-v-prezidenty-i-politicheskie-partii-podelili-vremya-dlya-agitatsii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика