10:04 (UTC+5), 12 Февраль 2018

Рәсәй Хөкүмәтендә ҡышҡы мәктәп каникулдарын күсереү мәсьәләһен тикшерәләр

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Саңғы миҙгеленә тап килһен, ғаиләләр тау саңғыһы курорттарында ял итеүҙе планлаштыра алһын өсөн Рәсәйҙә ҡышҡы мәктәп каникулдарының һығылмалы графигын индерергә кәрәк. Вице-премьер Александр Хлопонин ошондай фекерҙә, тип хәбәр итә РБК.
Уның уйынса, бындай саралар Төньяҡ Кавказда туристик тау саңғыһы курорттарын үҫтереү өсөн мөһим. Вице-премьер Европа илдәре тәжрибәһен миҫалға килтерҙе. Унда властар ҡышҡы мәктәп каникулдарын Альп тауҙарында ҡар яуған мәлгә тура килтерә.
«Беҙ тәжрибә эшләп ҡарарға уйлайбыҙ. Әгәр беҙгә тау саңғыһы йүнәлешендәге спорт мәктәптәренән, Көньяҡ федераль округы төбәктәренән балалар килә икән, каникулдарҙы күсереү тәҡдимен индерергә мөмкин», — тине вице-премьер.
Ростуризм мәғлүмәте буйынса, 2017 йылда ил эсендә рәсәйҙәрҙең сәйәхәттәр һаны 3% артҡан һәм 56,5 миллиондан ашҡан. Был 2014 йылға ҡарағанда 34% күберәк һәм 2013 йылғы күрһәткестән 75% юғары.
Иң популяр йүнәлештәр иҫәбендә — Мәскәү, Санкт-Петербург, Краснодар крайы, Ҡырым, Татарстан, шулай уҡ Мурманск өлкәһе һәм Чечня.
http://www.bashinform.ru/news/1115591-v-pravitelstve-rossii-obsuzhdayut-perenos-zimnikh-shkolnykh-kanikul/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика