05:15 (UTC+5), 08 Февраля 2018

Лилиә Ғүмәрова Рәсәй һәм Азербайжан араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙың 25 йыллығына бағышланған күргәҙмәлә сығыш яһаны

Федерация Советының матбуғат хеҙмәте
Наталья Овчарук
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Наталья Овчарук/. Башҡортостандан сенатор, Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Рәсәй һәм Азербайжан араһында дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙың 25 йыллығына бағышланған күргәҙмәлә сығыш яһаны.
«Дипломатик мөнәсәбәттәр урынлаштырыуҙан алып, 25 йыл эсендә ғәйәт ҙур юл үтелде. Бөгөн яңы үҙ-ара хеҙмәттәшлек этабына сығабыҙ тип әйтергә була. Сәйәсәттә, иҡтисадта һәм гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек әүҙем нығына, әммә иң мөһиме – иҡтисадтағы һәм мәҙәниәттәге бәйләнештәр ике ил халыҡтары араһында дуҫтарса аралашыуға күскәндә кеше бәйләнештәрен урынлаштырыу», — тине сенатор.
Бөгөн Азербайжан коллегалары менән берлектә мәғариф, фән һәм мәҙәниәт өлкәһендә хеҙмәттәшлек бара, тип билдәләне Лилиә Ғүмәрова. Миҫалға, Бакула асылған Мәскәү дәүләт университеты филиалы, Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү дәүләт медицина университетының Бакула филиалын асыу проекты.
«Миҫал итеп, IV Баку халыҡ-ара гуманитар форумы йомғаҡтарын килтереү ҙә етерлек. Унда 400-ҙән ашыу делегат, 14 Нобелев премияһы лауреаты, бер нисә халыҡ-ара ойошма етәкселәре ҡатнашты. Форумда Федерация Советы Рәйесе етәкләгән Рәсәй делегацияһында кеше ғәҙәттәгесә күп булды, — тип билдәләне парламентарий. — Рәсәй һар саҡ Азербайжан менән төбәк-ара хеҙмәттәшлек һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн сығыш яһаны һәм шулай дауам итә. Бик яҡшы үҙ-ара эшмәкәрлек тәжрибәһе тупланған, бындай ихтыяжлы форматты артабан да үҫтерергә кәрәк».
http://www.bashinform.ru/news/1114163-liliya-gumerova-vystupila-na-vystavke-v-chest-25-letiya-ustanovleniya-diplomaticheskikh-otnosheniy-m/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика