02:00 (UTC+5), 08 Февраля 2018

Дәүләт Думаһы иң түбән эш хаҡы күләмен арттырыу тураһында закон проектын хупланы

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Дәүләт Думаһы иң түбән эш хаҡы күләмен йәшәү минимумы кимәленә ҡарата 2019 йылдың 1 ғинуарында түгел, 2018 йылдың 1 майында тигеҙләү тураһындағы закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Тейешле башланғысты 26 ғинуарҙа Рәсәй президенты Владимир Путин депутаттарға тикшереүгә индерҙе.
ТАСС агентлығы хәбәр итеүенсә, закон проекты берҙәм тауыш менән ҡабул ителде.
Иң түбән эш хаҡы күләмен артырыу хаҡында алдағы закон парламенттың түбәнге палатаһында уҙған йылдың декабрендә ҡабул ителде. Әлеге ваҡытта иң түбән эш хаҡы күләме айына 9 489 һум күләмендә билдәләнгән – был йәшәү минимумы дәүмәленән 85 процент.
Президент тәҡдимен ғәмәлгә ашырыу осрағында 2018 йылдың 1 ғинуарынан иң түбән эш хаҡы 2017 йылдың икенсе кварталында эшкә яраҡлы халыҡ өсөн йәшәү минимумы дәүмәленә – 11 163 һумға тиң була. Быйыл иң түбән эш хаҡы күләме, дөйөм алғанда, 43 процентҡа күтәреләсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1114038-gosduma-odobrila-zakonoproekt-o-povyshenii-minimalnogo-razmera-oplaty-truda-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика