12:44 (UTC+5), 08 Февраль 2018

Башҡортостанда Йәштәр праймеризы дебаттары башланды

«Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 8 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда Йәштәр праймеризы башланды. Студенттар ошо үҙенсәлекле уйындарҙа ораторлыҡ сәнғәтендә ярыша. Ҡатнашыусылар көнүҙәк мәсьәләләр буйынса дебаттар формаһында сығыш яһай.
Бөтәһе 200-ҙән ашыу кеше үҙҙәрен депутатлыҡҡа кандидат итеп хис итергә теләк белдергән. Уларҙың яртыһы тиерлек Өфө ҡалаһында йәшәй, ҡалған конкурсанттар — Бөрө, Нефтекама, Октябрьский, Сибай, Стәрлетамаҡ, Дәүләкән, Дүртөйлө, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Туймазы һәм Көйөргәҙе районы вәкилдәре.
2 февралдә «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев Йәштәр праймеризында ҡатнашыусыларға таныҡлыҡ тапшырҙы.
Йәштәрҙе йәмәғәт башланғыстарына, идара итеү процестарына әүҙем йәлеп иткәндә генә сәйәси институттарҙы үҫтерергә мөмкин, тип билдәләне спикер. «Берҙәм Рәсәй» быны аңлай, шуға күрә йәштәрҙең потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн майҙансыҡтар булдыра. Башҡортостан Йәштәр сәйәсәте лигаһының партия менән берлектә ойошторған «Йәштәр праймеризы» проекты ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде.
Бөгөн, 8 февралдә, праймериз Башҡорт дәүләт педагогия университетының 2-се корпусында (202-се, 206-сы бүлмәләр), 12 февралдә — Бөрөлә, 13-14 февралдә — Стәрлетамаҡта, 16 февралдә — Октябрьскийҙа, 15 февралдә — Нефтекамала, 17 февралдә Сибайҙа уҙа. Киске сәғәт 8-ҙә башлана.
Конкурстың ойоштороу комитеты рәйесе, Башҡортостандың Йәштәр сәйәсәте лигаһы етәксеһе Вито Сабиров хәбәр итеүенсә, конкурс еңеүсеһе март айында билдәле була.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика