02:00 (UTC+5), 07 Февраля 2018

Республика Үҙәк һайлау комиссияһында һайлаусылар өсөн «ҡыҙыу элемтә» асыҡ

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы 2018 йылдың 5 февралендә Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙы уҙғарыу менән бәйле һорауҙар буйынса «ҡыҙыу элемтә» асты. Ул 2018 йылдың 18 мартында дәүләт башлығын һайлау осоронда һайлаусыларға мәғлүмәт биреү һәм граждандарҙың һайлау хоҡуҡтарын тормошҡа ашырыуҙы ойоштороу һәм яҡлау маҡсатында булдырылған.
Һорауҙарҙы 2018 йылдың 5 февраленән 18 мартҡаса 8-800-347-54-54 телефоны буйынса бирергә мөмкин. «Ҡыҙыу элемтә»нең эш ваҡыты: 16 мартҡаса – иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 1-гә, 2-нән киске 6-ға тиклем; 17 мартта – иртәнге 10-дан көндөҙгө 2-гә саҡлы; 18 мартта – иртәнге 8-ҙән киске 8-гә ҡәҙәр. «Ҡыҙыу элемтә» телефондарында тауыш биреү хоҡуғына эйә Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһы ағзалары һәм Аппарат хеҙмәткәрҙәре дежур итә.
http://www.bashinform.ru/news/1113514-v-tsentrizbirkome-bashkirii-otkryta-goryachaya-liniya-dlya-izbirateley/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика