10:25 (UTC+5), 07 Февраль 2018

Константин Толкачев яугир-интернационалистарға наградалар тапшырҙы

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 7 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы спикеры Константин Толкачев Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәрҙә һәм башҡа локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡандарға республика парламенты наградаларын тапшырҙы. Совет ғәскәрҙәрен Афғанстандан сығарыуға 29 йыл тулыу көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай йортонда бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Башҡортостандан Афғанстанда 10 меңдән ашыу егет хеҙмәт итте, уларҙың 350-һе һәләк булды йәки хәбәрһеҙ юғалды, тип асыҡлыҡ индерҙеләр парламенттың матбуғат хеҙмәтендә.
«Хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған һалдат-офицерҙарҙы һәр саҡ хәтеребеҙҙә тотабыҙ. Геройҙар хаҡында иҫтәлек экстремизмға, илебеҙгә янаған башҡа хәүефкә ҡаршы көрәштә тәүәккәллекте нығыта, — тине Дәүләт Йыйылышы рәйесе. — Бөгөн залда Афған һуғышы ветерандары ғына йыйылмаған. Республикабыҙ вәкилдәре тыныс халыҡты, башҡа локаль бәрелештәрҙә: Ангола, Вьетнам, Чечен Республикаһы һәм Сирияла илебеҙ мәнфәғәттәрен яҡланы. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа Башҡортостандан 35 меңдән ашыу ир-егет ҡыҙыу нөктәгә саҡырылды».
Ветеран ойошмалары үткәргән сараларҙа халыҡ өсөн ҡатмарлы ваҡиғаларға кире ҡайтыу мөһим, тип билдәләне Константин Толкачев. Афған яугирҙәре бөгөн халыҡ-ара терроризмға көрәшеүселәр өсөн миҫал булып тора.
Константин Толкачев әйтеүенсә, интернациональ бурысты үтәү байтаҡ ватандаштарыбыҙ өсөн фажиғәғә, оло ҡайғыға әүерелде.
«Шуға күрә ошондай юл менән өлгәшелгәнде: намыҫты, ихтирамды, илһөйәрлекте, тәжрибәне һаҡлау зарур. Ветерандарға ярҙам итеү мөһим. Беҙ хәрбиҙәргә, уларҙың ғаиләләренә, хәрби пенсионерҙарға махсус гарантиялар системаһын камиллаштырырға ниәтләйбеҙ. Улар — беҙҙең өҫтөнлөктәребеҙ, сөнки Ҡораллы Көстәр — Рәсәйҙең бойондороҡһоҙлоҡ һәм хәүефһеҙлек нигеҙе», — тине Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы рәйесе.
http://www.bashinform.ru/news/1113955-konstantin-tolkachev-vruchil-nagrady-voinam-internatsionalistam/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика