11:25 (UTC+5), 06 Февраля 2018

Владимир Путин президентлыҡҡа кандидат итеп теркәлде

Путиндың һайлау штабы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһы Владимир Путинды Рәсәй президенты вазифаһына кандидат итеп теркәне. Һайлаусыларҙың ҡултамғаһын йыйыу йомғаҡтары буйынса тәүгеләрҙән булып Путинды теркәнеләр, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.
Бынан алда Ксения Собчактың һәм Максим Сурайкиндың вәкилдәре («Рәсәй коммунистары») «Интерфакс» агентлығына уларҙың ҡултамғалары ла тикшереүҙе уңышлы үтеүе хаҡында һөйләгәйне. Үҙәк һайлау комиссияһы эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Борис Титов, Григорий Явлинский («Яблоко») һәм Сергей Бабуриндың (Рәсәй дөйөм халыҡ союзы) да теркәләсәге тураһында мәғлүмәт еткерҙе.
Әгәр кандидаттарҙың башҡа хоҡуҡ боҙоуҙары асыҡланмаһа, президент һайлауҙағы бюллетендә һигеҙ кеше булырға тейеш. Владимир Жириновский (ЛПДР) һәм Павел Грудинин (КПРФ) теркәлгән дә инде, сөнки улар — парламент партияһынан.
http://www.bashinform.ru/news/1113427-vladimir-putin-zaregistrirovan-kandidatom-v-prezidenty/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика