07:05 (UTC+5), 06 Февраля 2018

Үҙәк һайлау комиссияһы ҡултамғаларҙы тикшереү йомғаҡтары буйынса протоколды Владимир Путиндың ышаныслы кешеһенә тапшырҙы

Путиндың һайлау штабы
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 6 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы Владимир Путиндың ышаныслы кешеһенә уның файҙаһына ҡултамғаларҙы тикшереү йомғаҡтары буйынса протоколды тапшырҙы. Һүҙ Владимир Путиндың һайлау алды штабы ирекмәндәре тапшырған 315 мең ҡултамға хаҡында бара. Был үҙ-үҙен күрһәткән кандидатҡа Үҙәк һайлау комиссияһына тапшырырға рөхсәт ителгән иң күп ҡултамғалар һаны. Бөтөн ил буйынса кандидат файҙаһына йәмғеһе 1,5 миллиондан ашыу ҡултамға йыйылған.
Ҡултамғаларҙы тикшереү йомғаҡтары хаҡында протоколды тапшырыу Үҙәк һайлау комиссияһына Рәсәй Президентын һайлауҙа В.В. Путинды кандидат сифатында теркәү мәсьәләһен хәл итеү өсөн ултырыш уҙғарыу хоҡуғы бирә. Әммә Үҙәк һайлау комиссияһынан билдәләүҙәренсә, аталған документты тапшырғандан комиссия ултырышына саҡлы кәмендә ике тәүлек үтергә тейеш, шуға шишәмбенән иртәрәк булмаясаҡ, тип хәбәр иттеләр Владимир Путиндың һайлау алды штабында.
Алдан Үҙәк һайлау комиссияһы ҡултамғалар биттәрен тикшереү һөҙөмтәләрен иғлан итте. Осраҡлы рәүештә һайланған 60 мең ҡултамғанан 0,39 проценты ғына дөрөҫ түгел тип танылған. Был бик түбән һөҙөмтә.
http://www.bashinform.ru/news/1113307-tsik-vruchil-protokol-ob-itogakh-proverki-podpisey-doverennomu-litsu-vladimira-putina/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика