Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.59
+0.02
100.27
-0.14
85.78
+0.37
1+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
5 Февраль 2018, 11:30

Республикала Ирекмән йылына старт бирелде

автор,«Берҙәм Рәсәй» партияһының матбуғат хеҙмәте
автор,«Берҙәм Рәсәй» партияһының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡортостанда Рәсәй Президенты Владимир Путин указы менән раҫланған Ирекмән йылына старт бирелде. Ошо сараға бағышлап, Өфөләге Спорт һарайы алдындағы майҙанда байрам концерты үтте. Сараның төп ҡунаҡтары – әүҙем тормош яҡлы, теләһе ҡайһы ваҡытта ярҙамға килергә әҙер булған Башҡортостан волонтерҙары. Акцияла Өфөнән 10 меңдән ашыу кеше, улар араһында 60-лаған көмөш йәш вәкиле ҡатнашты. Университет етәксеһе, Бөтә Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы ағзаһы Рафиҡ Хәйҙәров, Өлкән быуын өсөн Ирекмән йылы айырым мәғәнәгә эйә, туранан-тура илһөйәрлек һәм Ватанға хеҙмәт итеү төшөнсәләре менән бәйле, тине.
Тик 2017 йылда ғына республика ирекмәндәре Хоккей Йондоҙҙары аҙналығы, «Смарт-Тау» төбәк йәштәр мәғариф форумы, «Төрөктәр алтыны — 2017» халыҡ-ара мәғариф форумы, XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивале кеүек ҙур саралар ойоштороуҙа һәм уҙғарыуҙа ҡатнашты.
Ирекмәндәрҙе мөһим ваҡиға менән ҡотларға күренекле йәмәғәт һәм сәйәси эшмәкәрҙәр, билдәле музыканттар, шул иҫәптән Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Дәүләт Думаһының хәйриәлек эшмәкәрлеге һәм ирекмәнлек өлкәһендәге ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса эксперт төркөмө етәксеһе Рәмзил Ишсарин килде. Ул башлап тороусы дүрт ирекмәнгә иң ҡиммәтле документ – шәхси волонтер китабын тапшырҙы.
Сараны тим-лидер Тимур Ғәҙелшин етәкселегендә инициативалы төркөм ойошторҙо. Байрамды танылған музыка коллективтары: «Ҡарауанһарай», «Арғымаҡ», «Light Again» төркөмдәренең, күп музыка ҡоралдарында уйнаусы Zainetdin-дың, шулай уҡ Екатерина Ямщикова, Фирүзә Париждың сығыштары биҙәне. Бөтә тамашасылар ҙа ҡиммәтле бүләктәр отоуҙа ҡатнашты.
2018 йыл Рәсәйҙә Ирекмән йылы булырын Президент Владимир Путин «Рәсәй ирекмәне-2017» премияһын тапшырыу тантанаһында иғлан итте.
«Меңәрләгән, миллионлаған изге ҡылыҡтарҙан бөтөн йәмғиәттә ышаныс, хөрмәт, бер-береңә ярҙам итеү тойғоһо барлыҡҡа килә, ә ул теләһе ниндәй ҡатмарлы эштәрҙе лә атҡара алырыбыҙҙы аңлата. Шуның менән бәйле 2018 йылды ирекмән һәм волонтер йылы тип иғлан итергә тәҡдим итәм», — тине шул саҡта ил етәксеһе.
Өҫтәп үтергә кәрәк, Башҡортостандан дүрт ирекмән – Эльнара Бадалова («Ваҡиғалы ирекмәнлек» номинацияһында беренсе урын), Әлфинә Мәмбәтова («Социаль ирекмәнлек» номинацияһында беренсе урын), Эвелина Холодова («Еңеү ирекмәнлеге» номинацияһында икенсе урын), Екатерина Савельева («Көмөш ирекмәнлек» номинацияһында өсөнсө урын) «Рәсәй ирекмәне-2017» бөтә Рәсәй премияһы лауреаттары булды.
http://www.bashinform.ru/news/1112354-v-bashkirii-dan-start-godu-dobrovoltsa/
Автор:Әлфиә Әғлиуллина
Читайте нас: