17:42 (UTC+5), 05 Февраль 2018

Башҡортостан «Һаҡсыл хөкүмәт» пилот проектына ҡушылды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2018 йыл, 5 февраль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың ҡайһы бер дәүләт органдарында һаҡсыл етештереү принциптарын индереү буйынса «һаҡсыл хөкүмәт» пилот проекты рәүешендә тәжрибә үткәреү тураһында бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
Эксперимент дәүләт идара итеүе системаһын камиллаштырыу, Башҡортостандың 2030 йылға тиклемге социаль-иҡтисади үҫеш стратегияһын ғәмәлгә ашырыу һәм уның маҡсатлы йүнәлештәренә өлгәшеү маҡсатында уҙғарыла.
Документҡа ярашлы, һаҡсыл етештереү принциптары Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратында, республиканың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре, урман хужалығы, тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология, ауыл хужалығы, иҡтисади үҫеш, ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлыҡтарында, шулай уҡ Башҡортостандың торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе, мәғлүмәтләштереү, эшҡыуарлыҡ һәм туризм, төҙөлөш һәм архитектура, транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеттарында индерелә.
Бойороҡ менән Башҡортостанда «Һаҡсыл хөкүмәт» пилот проектын бойомға ашырыу буйынса координация советы ойошторолған һәм уның составы раҫланған. Координация советына идара итеү системаһын формалаштырыу, һаҡсыл етештереү алымдарын ҡулланып, проекттар әҙерләү һәм уларҙы тормошҡа ашырыу буйынса саралар күрергә ҡушылған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бынан алда Рөстәм Хәмитовтың «Росатом» атом энергияһы буйынса дәүләт корпорацияһы проекты етәксеһе Владимир Арженцов менән осрашыуында республиканың «Һаҡсыл хөкүмәт» проектында ҡатнашыу мөмкинлектәре тикшерелгәйне.
«Һаҡсыл хөкүмәт» федераль пилот проекты «Росатом» дәүләт корпорацияһы булышлығында әҙерләнгән. Ул башҡарма дәүләт власы органдарында хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға, һаҡсыл етештереү мәҙәниәтен формалаштырыуға һәм һөҙөмтәһеҙ ваҡытлыса сығымдарҙы бөтөрөү нигеҙендә етештереү процесын оптималләштереүгә йүнәлтелгән. Башҡортостандан тыш, проектта Адыгей, Төньяҡ Осетия – Алания, Киров һәм Рязань өлкәләре, Ханты-Манси автономиялы округы ҡатнаша.
http://www.bashinform.ru/news/1113000-bashkortostan-prisoedinilsya-k-realizatsii-pilotnogo-proekta-berezhlivoe-pravitelstvo/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика