07:30 (UTC+5), 29 Января 2018

Дәүләт Думаһы газонға машина ҡуйған өсөн штраф индерә

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дәүләт Думаһында «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы депутаттары газонға һәм бының өсөн тәғәйенләнмәгән башҡа урындарға машина ҡуйған өсөн судтарҙың төбәк властарының хоҡуғын даулауын тыйған закон проектын индерҙе. Шул рәүешле улар федераль һәм төбәк ҡануниәте араһындағы ҡаршылыҡты бөтөрөргә тырыша, тип «Ведомости» гәзитенә һылтанып, «Известия» хәбәр итә.
Төбәктәр ярамаған урындарға машина ҡуйыу өсөн штрафты үҙҙәре билдәләй, әммә судтар бындай хоҡуҡ боҙоу өсөн штраф билдәләүҙән баш тарта башлаған, сөнки бында төбәк власы, федераль ҡануниәт нормалары менән билдәләнгән ҡағиҙәләр араһында тура килмәүсәнлек асыҡлаған, тип билдәләнә.
Төҙәтмә авторҙарының береһе — депутат Александр Грибов һүҙҙәренсә, Юл хәрәкәте ҡағиҙәләрендә автомобиль ҡуйыу тәртибе яҙылған, уны боҙған өсөн яуаплылыҡ Административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы кодекста билдәләнгән, әммә статьяның билдәләмәһе асыҡ ҡына әйтелмәгән, шунлыҡтан компетентлы органдарға автомобиль хужаларын яуаплылыҡҡа тарттырыу ауыр.
Депутаттар тәҡдим иткән төҙәтмәләр КоАП статьяһына асыҡлыҡ индерә һәм уны Юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә бәйләй: ЮХДДИ-на урамда һәм юлда машина ҡуйыуҙы контролдә тотоу хоҡуғы бирелә, ә ихаталарҙа төбәктәр һәм муниципалитеттар контролдә тота, ул төрлө трактовкалауҙарҙан ҡотолорға мөмкинлек бирер тип көтөлә.
http://www.bashinform.ru/news/1109412-gosduma-vvodit-shtrafy-za-parkovku-na-gazonakh/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика