15:02 (UTC+5), 29 Ғинуар 2018

29 ғинуарҙа Путиндың штабы Үҙәк һайлау комиссияһына кандидатты хуплау өсөн ҡултамғалар тапшыра

ӨФӨ, 2018 йыл, 29 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Дүшәмбе Владимир Путиндың һайлау штабы Рәсәйҙең Үҙәк һайлау комиссияһына һайлаусыларҙың кандидатты теркәү өсөн кәрәкле ҡултамғаларын күрһәтергә ниәтләй. Был хаҡта ТАСС матбуғат секретары Андрей Кондрашовҡа һылтанып хәбәр итә. Кандидатты теркәү тураһында ҡарарҙы Үҙәк һайлау комиссияһы документтар тапшырғандан һуң 10 көн эсендә ҡабул итергә тейеш.
Путиндың штабы Үҙәк һайлау комиссияһына граждандарҙың кандидат өсөн йыйылған 1,6 миллиондан ашыу ҡултамғаһынан 300 меңдән кәм булмаған һәм 315 меңдән артмаған автографын тапшырырға тейеш. Путиндың штабы ике аҙнанан ашыу ваҡыт эсендә шунса күп ҡултамға йыя алды.
Кандидат файҙаһына йыйылған автографтар ике тикшереү стадияһын үтте.
Әлеге мәлдә 14 кандидат: үҙ-үҙен тәҡдим иткән ике кеше һәм партияларҙың 12 вәкиле һайлау кампанияһында ҡатнашыуын дауам итә. Тәүгеләре - Владимир Путин һәм Кострома өлкә думаһы депутаты, Рәсәйҙең атҡаҙанған уйлап табыусыһы Владимир Михайлов. Парламентҡа ҡарамаған партияларҙан Эльвира Агурбаш («Йәшелдәр альянсы»), Сергей Бабурин («Рәсәй дөйөм халыҡ союзы» партияһы), Ирина Волынец (Рәсәйҙең халыҡ партияһы), Станислав Полищук (Социаль реформалар партияһы), Ксения Собчак («Гражданлыҡ инициативаһы»), Максим Сурайкин («Рәсәй коммунистары»), Борис Титов (Үҫеш партияһы), Григорий Явлинский («Яблоко»), Наталья Лисицына («РОТ Фронт»), Михаил Козлов (Социаль яҡлау партияһы) күрһәтелгән.
http://www.bashinform.ru/news/1109417-shtab-putina-sdast-v-tsik-podpisi-v-podderzhku-kandidata-29-yanvarya/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика