04:31 (UTC+5), 25 Ғинуар 2018

Владимир Путин Рөстәм Хәмитов менән осрашты

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 24 ғинуарҙа Өфөлә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән эш осрашыуы булды. Төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше мәсьәләләре тикшерелде.
– Беҙ 2017 йылды уртаса етештереү күрһәткестәре менән тамамланыҡ. Ҡуйылған бурыстарҙы башҡарып сыҡтыҡ, – тине төбәк етәксеһе. – Финанс һөҙөмтәләре йәһәтенән барыһы ла уртаса. Килем артты.
Рөстәм Хәмитов дәүләт башлығына Башҡортостанда Президенттың 2012 йылдың 7 майындағы указдарында яҙылған йөкләмәләрҙе үтәү барышы хаҡында һөйләне. Атап әйткәндә, ул төбәктә хеҙмәт хаҡының уртаса 3,4 процентҡа артыуын хәбәр итте.
Осрашыу барышында нефть-химия комплексын үҫтереүҙең төрлө аспекттары ла тикшерелде.
Төбәк етәксеһе республикала иғлан ителгән Ғаилә йылы сиктәрендә балалы ғаиләләргә ярҙам саралары менән таныштырҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1108010-sostoyalas-vstrecha-vladimira-putina-s-rustemom-khamitovym/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика