03:30 (UTC+5), 25 Января 2018

Владимир Путин Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә вертолет двигателе узелдарын етештереүҙе баһаланы

Олег Яровиков,Ғәлиә Нәбиева
Ғәлиә Нәбиева, Дарья Петрова
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева, Дарья Петрова/. Дәүләт башлығы Башҡортостандың баш ҡалаһына сәфәре барышында Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә булды. Владимир Путин вертолет двигателдәре узелдарын эшләү һәм ҡороу өсөн етештереү-технология үҙәген ҡараны.
Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе импортты алмаштырыу сиктәрендә «Ми» һәм «Ка» вертолеттары өсөн тәғәйенләнгән ВК-2500 вертолет турбовал двигателдәре узелдарын етештереү программаһында ҡатнаша. Алдан Украина двигателдәр менән тәьмин иткән. ВК-2500 двигателе компоненттары Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһының башҡа заводтары менән Өфө предприятиеһы кооперацияһында етештерелә.
Дәүләт башлығына проект сиктәрендә булдырылған дүрт етештереү-технология үҙәгенең береһен күрһәттеләр. Предприятие хеҙмәткәрҙәре ПТЦ-185 үҙәгенең техник йыһазланышы тураһында һөйләне. Ул ВК-2500 турбина узелдарын һәм сопло аппараттарын етештереүҙә махсуслаша. Өфөлә ВК-2500 двигателенең 900-ҙән ашыу детале һәм йыйыу берәмеге етештереләсәк. Владимир Путин ВК-2500 двигателдәре өсөн Өфө предприятиеһында йыйылған деталдәрҙе һәм узелдарҙы ҡараны. Билдәләп үтергә кәрәк, Өфө предприятиеһына двигателдең «ҡыҙыу» өлөшөн етештереү беркетелгән, двигатель тулыһынса «ОДК-Климов»та йыйыла. Дәүләт башлығына һанлы электр идара итеү системаһы менән йыһазландырылған һәм юғары ҡулланыу сифаттарына эйә булған яңыса ҡоролған ВК-2500П һәм ТВ7-117С двигателдәрен күрһәттеләр. Һуңғыһы Ил самолеттары өсөн тәғәйенләнгән. Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе шулай уҡ был двигателдең деталдәрен етештереү кооперацияһына инергә күҙаллай.
Шулай уҡ Президент Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһендә етештерелгән МС-21 авиалайнерҙары өсөн ПД-14 двигателе деталдәре һәм узелдары, газ ҡыуыу агрегаты экспозицияһын ҡараны. Етештереү урыны менән дәүләт башлығын «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы» акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Александр Артюхов һәм Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе идара итеүсе директоры Евгений Семивеличенко таныштырҙылар.
http://www.bashinform.ru/news/1107809-vladimir-putin-otsenil-proizvodstvo-uzlov-vertoletnogo-dvigatelya-na-odk-umpo/
1 из 13
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика