11:28 (UTC+5), 25 Января 2018

Өфөлә Владимир Путинға предприятиеларҙы бүләкләү йолаһын тергеҙергә тәҡдим иттеләр

Рәсәй Федерацияһы Президенты сайты
Рәсәй Федерацияһы Президенты сайты
ӨФӨ, 2018 йыл, 25 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Берләшкән двигателдәр эшләү корпорацияһы – Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе» инженеры Виктор Богомолов Владимир Путинға иң яҡшы хеҙмәт коллективтарын бүләкләү йолаһын тергеҙергә тәҡдим итте. Башҡортостанға эш сәфәре барышында дәүләт башлығы Өфө моторҙар эшләү берекмәһе эшселәре менән осрашты.
Виктор Богомолов заводта 1980 йылдан алып эшләүе хаҡында һөйләне. Совет заманында предприятиеларҙы иҫтәлекле миҙалдар, ордендар менән бүләкләү традицияһы бар ине. Коллектив ҙур уңыштары өсөн ике Ленин ордены һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орденына лайыҡ булған. Инженер әлеге йоланы кире ҡайтарыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынды.
«Совет заманында ошондай тәжрибә булды һәм совет ваҡытында уҡ туҡтатылды. 1988 йылда булһа кәрәк, СССР Министрҙар советының ҡарары сыҡты, был тәжрибә туҡтатылды, — тине Владимир Путин. — Ни өсөн? Сөнки шул замандағы тикшереү, орден-миҙалдарға ҡарамаҫтан, предприятиеларҙа хеҙмәт етештереүсәнлегенең артмауын күрһәтте. Һөҙөмтәләр яҡшырманы».
Дәүләт башлығы һәр кешенең шәхси уңыштары, ҡаҙаныштары өсөн бүләкләү тураһында ҡарар ҡабул ителеүен билдәләне. Беҙҙә ошондай тәжрибә дауам итә.
«Әлбиттә, 1988 йылға тиклемге совет тәжрибәһенә кире ҡайтырға мөмкин. Ләкин был кәрәкме, юҡмы? Әйҙәгеҙ, уйлап ҡарайыҡ», — тип тәҡдим итте Президент.
Механик Алексей Хәйретдинов, предприятиела медсанчасты тергеҙеү мөмкинме-юҡмы, тигән һорау бирҙе. Дәүләт башлығы, закон предприятиела тейешле учреждение булдырыуға ҡаршы килмәй, тип яуапланы. Ғәҙәттә, предприятие социаль өлкәгә сығымдарҙы кәметә.
Осрашыуҙа Өфөнөң айырым райондарында медицина учреждениелары селтәрен киңәйтеү мәсьәләһе күтәрелде.
Предприятие эшсеһе Роман Христофоровты оборона заказдарын формалаштырғанда оборона-сәнәғәт комплексы өлөшөнөң кәмеүе борсой. Ул дәүләт оборона заказы сиктәрендә килеп тыуған хәлдә ил предприятиеларының киләсәге менән ҡыҙыҡһынды.
Дәүләт башлығы финанслауға бәйле хәлде ентекле аңлатты һәм бер ниндәй ҙә кәмеү юҡ, тип ышандырҙы.
http://www.bashinform.ru/news/1107976-ufimets-predlozhil-vladimiru-putinu-vernut-traditsiyu-nagrazhdeniya-predpriyatiy/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика