09:06 (UTC+5), 24 Января 2018

Төбәктә йәшәүселәр һайлауҙа күҙәтеүсе була ала

ӨФӨ, 2018 йыл, 23 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. «Таҙа һайлауҙар өсөн» күҙәтеүселәр корпусы Дөйөм Рәсәй йәмәғәт хәрәкәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе йылдың төп сәйәси ваҡиғаһында — 2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙа ҡатнашыу өсөн күҙәтеүселәр йыйыу хаҡында иғлан итте. 18 йәше тулған һәр Рәсәй гражданы йәмәғәт күҙәтеүсеһе була ала, бының өсөн анкета тултырырға кәрәк, тип асыҡлыҡ индерҙе йәмәғәтселәр.
Һайлауҙы үткәреү контролендә ҡатнашыусылар өсөн махсус уҡыуҙар ойошторола. Әүҙем гражданлыҡ позицияһына эйә булған күҙәтеүселәрҙе рәхмәт хаттары менән билдәләү, ирекмәндәр кенәгәһенә билдә ҡуйыу, шулай уҡ республика идара итеүсе кадрҙарының йәштәр резервына индереү ҡаралған.
«2018 йыл Рәсәйҙә рәсми рәүештә Ирекмән йылы тип иғлан ителгән. Йәмәғәт күҙәтеүселәре командаһы — мөһим йүнәлеш, уның сиктәрендә республиканың инициативалы кешеләре дәүләт кимәлендәге ваҡиғаны мөмкин тиклем асығыраҡ эшләп, үҙҙәрен күрһәтә ала. Беҙ илдең киләсәгенә үҙ өлөшөн индерергә әҙер, әүҙем тормош позицияһына эйә кешеләрҙе саҡырабыҙ», — тип билдәләне «Таҙа һайлауҙар өсөн» күҙәтеүселәр корпусының төбәк бүлексәһе рәйесе Денис Шадрин.
Ғаризалар электрон формала ҡабул ителә.
http://www.bashinform.ru/news/1107322-zhiteli-bashkirii-smogut-stat-nablyudatelyami-na-vyborakh-2018/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика