02:00 (UTC+5), 24 Января 2018

Рәсәйҙә мәктәп хәүефһеҙлегенә берҙәм талаптар индерелә

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 24 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй мәктәптәрендә һаҡлауҙа махсуслашҡан шәхси һаҡ предприятиелары барлыҡҡа килеүе ихтимал. Бынан тыш, белем биреү ойошмалары хәүефһеҙлеген тәьмин итеү милли стандарты әҙерләнеүе мөмкин, ә мәктәп һаҡсыһы һөнәри стандарты мотлаҡ булыуы ихтимал. Был турала «Известия» гәзите хәбәр итә хәүефһеҙлек һәм коррупцияға ҡаршы эш итеү буйынса Дәүләт Думаһы комитеты рәйесе урынбаҫары Анатолий Выборныйға һылтанып.
Әлеге ваҡытта социаль мөһим объекттарҙы, шул иҫәптән мәктәптәрҙе һаҡлау өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса махсус эшсе төркөм ойоштороу мөмкинлеге өйрәнелә. Ҡатнашыуға ҡыҫылышы булған бөтә ведомстволар: Рәсәй гвардияһы, Федераль именлек хеҙмәте, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм Эске эштәр министрлығы, шулай уҡ һаҡ берләшмәһе вәкилдәре саҡырыласаҡ.
2015 йылдың декабрендә Хеҙмәт министрлығы һөнәри стандарттар ҡабул итте, әммә улар кәңәш формаһын йөрөтә һәм хәҙер Мәскәү биләмәһендә генә ғәмәлгә ашырыла, тип хәтергә төшөрҙө депутаттар.
Был һорау менән Дәүләт Думаһында Пермь крайындағы һәм Бүрәт республикаһындағы хәлдәрҙән һуң шөғөлләнә башланылар. Пермдә уҡыусыларға һөжүм иткән кешенең мәктәпкә инеүгә рөхсәте булмаған, ә Улан-Удэла, киң мәғлүмәт саралары мәғлүмәттәре буйынса, уҡыу йортон вахтер һаҡлаған.
Белгестәр фекеренсә, киләсәктә ҡабул ителәсәк саралар һөҙөмтәһендә хеҙмәттәр сифаты ярайһы уҡ күтәреләсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1107087-v-rossii-vvedut-edinye-trebovaniya-k-bezopasnosti-shkol-/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика