11:06 (UTC+5), 22 Января 2018

Республикала 200 кеше «Йәштәр праймеризы»нда ҡатнаша

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2018 йыл, 22 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда «Йәштәр праймеризы» проектында ҡатнашыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү тамамланды. Ойоштороу комитетына 200-гә яҡын ғариза килде. Республиканың йәш лидерҙары өсөн киләһе һайлап алыу этабы — дебаттар, уларҙы Өфө, Нефтекама, Бөрө, Октябрьский, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында ойоштороу ҡаралған, тип хәбәр итә төбәк парламентының матбуғат хеҙмәте.
Күпселек ҡатнашыусылар өсөн праймериз ижтимағи һәм сәйәси эшмәкәрлек өлкәһендә артабан үҫешеү өсөн этәргес булып тора. Иң яҡшы кандидатуралар республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары ярҙамсылары булыу, «Берҙәм Рәсәй» партияһының кадрҙар резервына инеү йәки «Граждандар университеты»нда бушлай уҡыу мөмкинлегенә эйә.
«Килгән ғаризалар һаны һайланған эш формаһының дөрөҫлөгөн күрһәтә. Был — республика йәштәренә үҙҙәрен күрһәтеү һәм тәжрибә туплау өсөн ысын мөмкинлек. Әлеге мәлдә һайлап алыуҙың киләһе этабына әүҙем әҙерлек бара, тиҙҙән республиканың йәштәр сәйәси аренаһында яңы кешеләрҙе күрербеҙ», — тип билдәләне Башҡортостан республикаһы Дәүләт Йыйылышы ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы ағзаһы, Йәштәр сәйәсәте лигаһы етәксеһе, «Йәштәр праймеризы» проекты кураторы Вито Сабиров.
http://www.bashinform.ru/news/1106499-v-bashkirii-v-molodezhnykh-praymeriz-primut-uchastie-200-chelovek/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика