04:40 (UTC+5), 17 Января 2018

Рөстәм Хәмитов Гайдар форумында ҡатнашты

Олег Яровиков,Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2018 йыл, 17 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Мәскәүҙә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «Рәсәй һәм донъя: маҡсаттар һәм ҡиммәттәр» IX Гайдар форумы сараларында ҡатнашты.
Йыл һайын Гайдар форумы төрдө илдәрҙән билдәле ғалимдарҙы, власть органдары вәкилдәрен, ижтимағи һәм сәйәси эшмәкәрҙәрҙе, эшҡыуарҙарҙы берләштерә һәм көнүҙәк социаль-иҡтисади һәм сәйәси мәсьәләләрҙе бергәләп тикшереүгә, милли иҡтисадты үҫтереү буйынса стратегик тәҡдимдәр һәм кәңәштәр әҙерләүгә йүнәлтелгән.
Форум сиктәрендә республика Башлығы «Йәмәғәт сәләмәтлеге өлкәһендә инвестициялар» тип аталған эшлекле иртәнге ашта һәм «Бюджет сығымдарының һөҙөмтәлелеге уңышлы дәүләт менән идара итеү сағылышында» тигән асыҡ диалогта ҡатнашты. Бында, атап әйткәндә, төбәктәр һәм федераль үҙәктәр араһында вәкәләттәрҙе яңынан бүлеү, дәүләт ресурстарын уңышһыҙ файҙаланыуҙы кәметеү, дәүләт хеҙмәткәрҙәренең файҙаһын күтәреү мәсьәләләре тикшерелде.
Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведевтың сығышы пленар дискуссияның төп ваҡиғаһы булды. Премьер-министр айырым хәүеф кенә түгел, саҡырыу йөрөткән хәҙерге тормоштоң яңы технологик тәртибе хаҡында һөйләне.
Уның һүҙҙәренсә, яңы технологияларҙың характеры кешене теләһе ниндәй иҡтисади процесс үҙәгенә этәрә. Нәҡ кеше идаралыҡ ҡарарҙарын сығарғанда төп ҡиммәткә һәм ориентирға әйләнә.
- Кеше тарихында ғәҙәти булмаған, тәү ҡарашҡа, фантастик идеяларға була күп нәмә эшләнгәнен беләбеҙ. Тап улар технологик үҫешкә яңы ориентирҙар биргән һәм аҡрынлап йәмәғәт ҡиммәттәре системаһын үҙгәрткән, – тине Дмитрий Медведев. – Бөгөн был процестар ярайһы уҡ тиҙерәк бара. Яңы донъяла ғәмәлдә буласаҡ ҡағиҙәләр әле барлыҡҡа килә генә. Һәм беҙ Рәсәйҙә шарттарға ябай ғына ҡарамаҫҡа тейеш. Беҙ үҙебеҙ уларҙы булдырырға бурыслы. Донъяның үҙгәреүен көтмәҫкә, ә үҙебеҙ үҙгәртергә.
Гайдар форумында туранан-тура төбәктәрҙең мәнфәғәттәренә ҡағылған мәсьәләләр тикшерелә, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
- Был форумда теоретик йәһәттән иҡтисади проблемалар тикшерелә. Теоретиктарҙың, алдынғы иҡтисад аҡыл эйәләренең бөгөн нимә менән шөғөлләнеүҙәрен, был юҫыҡта ниндәй уй-фекерҙәр барлығын, хәҙерге иҡтисади хәлде нисек баһалауҙарын, айырым бер осраҡтарҙы төҙәтеү өсөн төбәк кимәлендә нимә эшләргә кәрәклеген белеү ҡыҙыҡлы, – тине республика Башлығы. – Мине, тәү сиратта, әлбиттә, идара итеү системалары, федераль үҙәктең һәм төбәк власының үҙ-ара мөнәсәбәттәре хаҡында темалар ҡыҙыҡһындара.
http://www.bashinform.ru/news/1104498-rustem-khamitov-prinyal-uchastie-v-gaydarovskom-forume/
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика