15:37 (UTC+5), 15 Января 2018

Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыусы Олег Матыцин вице-премьер булыуҙан туҡтаны

bashkortostan.ru
bashkortostan.ru
ӨФӨ, 2018 йыл, 15 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы республиканың тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡарыуҙы Олег Матыцинға йөкмәтеү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. 2017 йылдың сентябренән алып ул тулы хоҡуҡлы вәкиллеккә ваҡытлыса етәкселек итә ине. Ошо уҡ указ менән Олег Матыцин вице-премьер вазифаһынан бушатылды, алдан хәбәр ителгәнсә, премьер-министрҙың яңы урынбаҫары һәм Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты етәксеһе итеп быға тиклем республика башлығы аппараты хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе булып эшләгән Андрей Трухан тәғәйенләнде.
Мәскәү өлкәһендә тыуған 47 йәшлек Олег Матыцин Башҡортостандың тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә 1998 йылдан алып эшләй, ул бында хеҙмәт эшмәкәрлеген йылылыҡ пункты операторы булып башлаған. Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университетын, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй дәүләт хеҙмәте академияһын тамамлаған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика