02:40 (UTC+5), 12 Января 2018

Республика парламенты терроризмға ҡаршы комиссияның ҡарарын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ индерә

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2018 йыл, 12 ғинуар. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан парламенты терроризмға ҡаршы комиссияның ҡарарын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡ индерә. Тейешле закон проекты үткән көндәрҙә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышының Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты тарафынан хуплау тапты. Уның республика парламентының яҡындағы пленар ултырышында ҡараласағы көтөлә.
«Башҡортостандың терроризмға ҡаршы комиссияһы Рәсәй Президенты ҡарары буйынса ойошторолған. Был орган терроризмды иҫкәртеү һәм уның эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эшмәкәрлекте көйләү менән шөғөлләнә, — тип аңлатма бирҙе төбәк парламенты спикеры Константин Толкачев. — Федераль ҡануниәткә ярашлы төбәктәрҙә бындай комиссияларҙың ҡарарҙарын дәүләт власы һәм урындағы үҙидаралыҡ органдары, ойошмалар, вазифалы кешеләр һәм граждандар мотлаҡ үтәргә тейеш. Төбәктәр терроризмға ҡаршы комиссияларҙың ҡарарҙарын үтәмәгән өсөн яуаплылыҡты үҙаллы билдәләргә вәкәләтле. Шуның менән бәйле тейешле закон проекты әҙерләнде лә инде».
Яңы закон ҡабул ителгән осраҡта терроризмға ҡаршы комиссияның ҡарарын боҙған өсөн граждандар өсөн – 1-3 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн – 10-20 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 30-50 мең һум штраф билдәләү күҙаллана. Был хәл ҡабатланғанда граждандар өсөн штраф – 4-5 мең һум, вазифалы кешеләр өсөн – 30-50 мең һум, юридик шәхестәр өсөн 80-100 мең һум тәшкил итәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1102384-parlament-bashkirii-vvodit-otvetstvennost-za-neispolnenie-resheniy-antiterroristicheskoy-komissii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика