14:51 (UTC+5), 29 Декабря 2017

Владимир Путин минималь хеҙмәт хаҡын йәшәү минимумына тиклем еткереү тураһында законға ҡул ҡуйҙы

ӨФӨ, 2017 йыл, 29 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Президент Владимир Путин минималь хеҙмәт хаҡын йәшәү минимумына этаплап арттырған федераль законға ҡул ҡуйҙы. Документ закон сығарыу акттарын баҫтырыу порталында донъя күрҙе. 1 ғинуарҙан минималь хеҙмәт хаҡы күләме айына 9489 һум кимәлендә билдәләнә, тип хәбәр итә РБК.
Законға ярашлы, 2018 йылдың 1 ғинуарынан минималь хеҙмәт хаҡы йәшәү минимумы дәүмәленән 85 процент тәшкил итәсәк. 2019 йылда минималь хеҙмәт хаҡы һәм йәшәү минимумы күләме тигеҙләнергә тейеш. Йыл һайын минималь хеҙмәт хаҡы уҙған йылдың икенсе кварталы өсөн йәшәү минимумы күләмендә билдәләнәсәк.
Бынан алда, 15 декабрҙә, закон Дәүләт Думаһы тарафынан ҡабул ителде. Хеҙмәт министрлығы башлығы Максим Топилин баһаһы буйынса, законды үтәү өсөн дәүләткә 55 миллиард һумдан ашыу аҡса кәрәк.
http://www.bashinform.ru/news/1099691-vladimir-putin-podpisal-zakon-o-povyshenii-mrot-do-prozhitochnogo-minimuma/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика