10:31 (UTC+5), 27 Декабря 2017

Инициатив төркөм Рәсәй президентын һайлауҙа Владимир Путиндың үҙен үҙе күрһәтеүен хупланы

Беренсе канал
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 26 декабрҙә Мәскәүҙәге «Рәсәй — минең тарихым» тарихи паркында үткән рәсми йыйылышта инициатив төркөмдә ҡатнашыусылар бер тауыштан 2018 йылдың мартында Рәсәй президентын һайлауҙа Владимир Путинды күрһәтеү өсөн тауыш бирҙе.
«Ҡарар ҡабул итергә кәрәк. Мәсьәләне тауышҡа ҡуям... Ҡарар бер тауыштан ҡабул ителде», — тип тауыш биреү һөҙөмтәләрен иғлан итте инициатив төркөм рәйесе, «Сириус» һәләтле балалар үҙәге етәксеһе Елена Шмелева.
Инициатив төркөмдөң ултырышы — үҙен үҙе күрһәтеүселәр өсөн мотлаҡ процедура, унан һуң Үҙәк һайлау комиссияһына документтар тапшырырға мөмкин. Мультимедиалы тарихи комплекста 700 самаһы кеше йыйылды. Үҙ кандидаты өсөн «Берҙәм Рәсәй» партияһы, Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты вәкилдәре, мәҙәниәт, медицина, мәғариф эшмәкәрҙәре, производство берләшмәләрендә ҡатнашыусылар, йәмәғәтселәр, спортсылар сығыш яһаны, тип хәбәр итте «Беренсе канал».
Владимир Путинды яҡлау буйынса инициатив төркөмгә «Берҙәм Рәсәй» ағзаларынан тыш, «Ғәҙел Рәсәй», «Тыуған ил», «Граждандар платформаһы» сәйәси партиялары вәкилдәре лә инде — был юлы улар һайлауҙа кандидаттар тәҡдим итмәҫкә булған.
7 ғинуарға тиклем Владимир Путин Үҙәк һайлау комиссияһына төркөмдө һәм башҡа документтарҙы теркәүҙе һорап мөрәжәғәт итергә тейеш. Владимир Путин документтарын Яңы йылға тиклем бирергә ниәтләй, тип белдерҙе дәүләт башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков. Комиссия уларҙы биш көн эсендә ҡарарға тейеш, тип хәбәр итте телеканал.
http://www.bashinform.ru/news/1098488-initsiativnaya-gruppa-podderzhala-samovydvizhenie-vladimira-putina-na-vyborakh-prezidenta-rossii/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика