07:30 (UTC+5), 25 Декабрь 2017

«Берҙәм Рәсәй» партияһы съезының төп темаһы – Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлай

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Мәскәүҙә ВДНХ павильонында «Берҙәм Рәсәй» партияһының XVII съезы эшләне. Уның төп темаһы – 2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау. Башҡортостандан партия форумында 18 һайланған делегат сығыш яһаны. Делегацияны Башҡортостан Башлығы, «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары Советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов етәкләне.
Съездың икенсе көнөндә пленар ултырыш үтте. Дмитрий Медведев яҡын осорға партияның өҫтөнлөклө бурыстары тураһындағы программа доклады менән сығыш яһаны. Бынан тыш, партияның Юғары һәм һәм Генераль советының план ротацияһы булды һәм Уставҡа үҙгәрештәр индерелде. Шул уҡ көндө яңыртылған Генераль советтың ултырышы уҙҙы.
22 декабрҙә Партия программалары бүлектәре буйынса ете һүҙ көрәштереү майҙансығы эшләне. Унда Программаның беренсе йылын бойомға ашырыуға йомғаҡ яһалды һәм киләһе йылға пландар билдәләнде. Секцияларҙа Рәсәй Хөкүмәте министрҙары сығыш яһаны һәм ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирҙе.
Республика делегаттары иҫәбендә Өфө, Салауат, Белорет ҡалалары, Мәсетле, Ғафури, Бишбүләк, Балтас, Йылайыр, Илеш, Дәүләкән, Бәләбәй, Борай һәм башҡа район вәкилдәре. Улар төрлө һөнәр вәкилдәре – уҡытыусылар, табиптар, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие етәкселәре һәм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре.
Съезд эшендә 2500 самаһы ҡатнашыусы һәм ҡунаҡ булды, улар араһында 85 төбәк «Берҙәм Рәсәй» бүлексәһенән 455 делегат, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Дәүләт Думаһы депутаттары, төбәктәрҙең башҡарма һәм закондар сығарыу органдары вәкилдәре, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк сәйәси советтары секретарҙары, эксперт һәм ғилми берләшмә ағзалары.
http://www.bashinform.ru/news/1097068-glavnaya-tema-sezda-partii-edinaya-rossiya-vybory-prezidenta-rf/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика