Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
22 Декабрь 2017, 14:42

Башҡортостандан берҙәм рәсәйҙәр Мәскәүҙә һайлау алды съезында Владимир Путинды күрһәтеүҙе хуплай

«Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәте
«Берҙәм Рәсәй»ҙең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 22 декабрҙә Мәскәүҙә «Берҙәм Рәсәй» партияһының XVII съезы асылды. Уның төп темаһы — 2018 йылдың 18 мартында Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлау. Партия форумында Башҡортостандан 18 делегат ҡатнаша. Делегацияны Башҡортостан Башлығы, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Юғары Советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов етәкләй.
Республика делегаттары араһында Өфө, Салауат, Белорет, Мәсетле, Ғафури, Бишбүләк, Балтас, Йылайыр, Илеш, Дәүләкән, Бәләбәй, Борай һәм башҡа райондарҙан вәкилдәр бар. Улар төрлө һөнәр эйәләре — уҡытыусылар, табиптар, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие етәкселәре һәм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре.
Съезд эшендә 2500 самаһы кеше ҡатнаша, араларында — «Берҙәм Рәсәй»ҙең 85 төбәк бүлексәһенән 455 делегат, министрлыҡ һәм ведомство етәкселәре, Дәүләт думаһы депутаттары, төбәктәрҙең башҡарма һәм закон сығарыу властары вәкилдәре, «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк сәйәси советтары секретарҙары, эксперт һәм фәнни берләшмә ағзалары.
Тәүге көндө ете дискуссия майҙансығы ойошторола, унда Партия программаһын тормошҡа ашырыуҙың беренсе йылына йомғаҡ яһау һәм киләһе йылға пландар билдәләү ҡаралған. Секцияларҙа ил хөкүмәте министрҙары сығыш яһай һәм ҡатнашыусыларҙың һорауҙарына яуап бирә.
Беренсе көн Һайлау алды программаһын бойомға ашырыуҙы контролдә тотоу буйынса комиссияның «Берҙәм Рәсәй» рәйесе, премьер-министр Дмитрий Медведев етәкселегендәге ултырышы менән тамамлана. Комиссияла программаның бөтә бүлектәрен тормошҡа ашырыу тикшерелә.
Икенсе көндө пленар ултырыш була, унда Дмитрий Медведев алдағы йылдарға өҫтөнлөклө бурыстар хаҡында доклад менән сығыш яһай. Бынан тыш, партияның Юғары һәм Генераль советтарын планлы яңыртыу һәм Уставҡа үҙгәрештәр индереү күҙаллана. Ошо уҡ көндә яңыртылған составтағы Генераль советтың ултырышы уҙа.
http://www.bashinform.ru/news/1096545-edinorossy-bashkirii-podderzhat-vydvizhenie-vladimira-putina-na-predvybornom-sezde-v-moskve/
Читайте нас: