10:20 (UTC+5), 21 Декабря 2017

Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Шихандар менән нимә буласағын һөйләне

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа «Башҡортостан экологияһы һәм тәбиғәт ресурстары» темаһына «хөкүмәт сәғәте» үтте. Парламентарийҙарҙың сираттағы ултырышында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов та ҡатнашты.
Парламентарийҙарҙың республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыевҡа биргән һорауҙарҙың береһе Стәрлетамаҡ Шихандарының статусына ҡағылды. Ведомство етәксеһенән тәбиғәт ҡомартҡыларын сәнәғәт эшкәртеүенә тапшырыу мөмкинлеге тураһында һоранылар.
«Әйтеп үтергә кәрәк, бөгөн төбәк тәғәйенләнешендәге ҡомартҡылар, уларҙың яҙмышы республика ҡулында. Бер ниндәй федераль орган да Шихандарҙың яҙмышын хәл итә алмай. Республиканың ҡарашы бына шундай: улар тәбиғәт ҡомартҡылары булды, бар һәм буласаҡ. Бөгөн уларҙан ҡомартҡы статусын алыу тураһындағы һорау законға дәлилләнмәгән. Федераль, республика ҡануниәтендә тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын бөтөрөү механизмы юҡ, — тип аңлатма бирҙе Илдар Һаҙыев. – Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре һәм ҡомартҡылары өлкәһендә экологик закондар иҡтисад ҡанундарынан өҫтөн. Шуға күрә статусты алыу мөмкин түгел, эшкәртеүгә тапшырыу өсөн хоҡуҡи нигеҙ юҡ».
http://www.bashinform.ru/news/1096125-ministr-prirodopolzovaniya-i-ekologii-bashkirii-rasskazal-chto-budet-s-shikhanami/
1 из 5
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика