12:30 (UTC+5), 21 Декабря 2017

1 ғинуарҙан бала тыуғанда яңы пособие түләнә башлай

Depositphotos.com
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Дәүләт Думаһы һуңғы, өсөнсө уҡыуҙа 2018 йылдың 1 ғинуарынан ғаиләләргә беренсе йәки икенсе бала тыуғанда һәм уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алғанда айлыҡ адреслы түләү тураһындағы закон проектын хупланы, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.
Ғаиләләр балаһына йәш ярым тулғансы аҡса ала. Шул уҡ ваҡытта граждандың беренсе ғаризаһы буйынса түләү бер йылға билдәләнә, ә уны оҙайтыу өсөн йәнә ғариза яҙырға кәрәк.
Ул бер кешенең килеме төбәктә эшкә һәләтле халыҡтың 1,5 тапҡыр йәшәү минимумы кимәленән артмаған ғаиләләргә түләнә.
Пособие суммаһы төбәктә уҙған йылдың икенсе кварталында балалар өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы кимәленә тиң була.
Икенсе бала тыуыу йәки уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыу менән бәйле түләүҙәр әсәлек капиталы иҫәбенә тормошҡа ашырыла.
Бынан алда хеҙмәт министры Максим Топилин Рәсәйҙә беренсе йәки икенсе бала өсөн уртаса айлыҡ түләү күләмен атаны. Ул 10,5 мең һумға тиң.
http://www.bashinform.ru/news/1096173-s-1-yanvarya-nachnut-vyplachivat-novye-posobiya-pri-rozhdenii-rebenka/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика