07:29 (UTC+5), 20 Декабрь 2017

Өфөләге һайлау участкаларында 40 КОИБ-2017 ҡуйыла — Хәйҙәр Вәлиев

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй Президентын һайлауҙа Башҡортостанда тауыштарҙы иҫәпләү өсөн заманса ҡорамалдар ҡулланыу күҙаллана. Был турала 19 декабрҙә «Рәсәй» медиүҙәгендәге матбуғат конференцияһында Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев һөйләне.
Башҡортостандағы 181 һайлау участкаһында һайлау бюллетендәрен эшкәртеү комплекстары (КОИБ-2010), баш ҡалала иһә камиллаштырылған комплекстар (КОИБ-2017) ҡуйыла. Хәйҙәр Вәлиев әйтеүенсә, яңы ҡорамал Өфөгә килеп етмәгән әле. Ойоштороусылар тауыштарҙы иҫәпләү комплекстарын һайлауға тиклем күрһәтергә ниәтләй. Һуңынан улар закондар сығарыу йыйылышына һайлауҙар үткәреү өсөн төбәктә ҡалдырыла.
Тәүге тапҡыр федераль һайлауҙарҙа машина уҡый алған код менән протоколдар файҙаланыла.
Башҡортостан биләмәһендә һайлауҙарҙы 69 территориаль һайлау участкаһы тәьмин итә, тауыш биреү өсөн 3435 һайлау участкаһы ойошторола. Халыҡтың ваҡытлыса килеү урындарында 37 участка ҡаралған.
Рәсәй президентын һайлау буйынса һайлау кампанияһы рәсми рәүештә 18 декабрҙә — тауыш биреү көнөнә тиклем өс ай ҡалғас старт алды. Кандидаттарҙың съездарҙа рәсми күрһәтеү йәки һайлаусылар төркөмө йыйылыштарында хуплау табыу, Үҙәк һайлау комиссияһына документтар тапшырыу, ҡултамғалар йыйыу, агитация эшен алып барыу һәм радио-телевидениела оппоненттар менән дебаттарҙа көс һынашыу өсөн 90 көнө бар.
http://www.bashinform.ru/news/1094948-40-koib-2017-budut-ustanovleny-na-izbiratelnykh-uchastkakh-ufy-khaydar-valeev/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика