04:00 (UTC+5), 14 Декабря 2017

Бөгөн, 14 декабрҙә, Владимир Путиндың ҙур матбуғат конференцияһы уҙа

Алексей Никольский, ТАСС
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Бөгөн, 14 декабрҙә, Мәскәү ваҡыты буйынса көндөҙгө сәғәт 12-лә дәүләт башлығының Рәсәй һәм сит ил журналистары менән йыл һайын уҙғарылып килгән осрашыуы – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың матбуғат конференцияһы була.
«Известия» порталы мәғлүмәттәре буйынса, Владимир Путиндың был матбуғат конференцияһы иҫәп буйынса 13-сө. Рәсәй лидеры журналистарҙың һорауҙарына дәүләт башлығы вазифаһына дәғүәсе (һайлауға партиянан йәки үҙ-үҙен тәҡдим итеүсе булараҡ барыуы хаҡында һуңыраҡ иғлан ителәсәк) сифатында тәүгә яуап бирә. 2017 йылда һайлау алдынан төп сәйәси ваҡиғаларҙың береһен яҡтыртыу өсөн был сара тарихында иң күпме киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре – 1640 кеше аккредитация үткән. Улар араһында Рәсәйҙең федераль һәм төбәк баҫмалары хәбәрселәре, шулай уҡ Америка Ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия, Германия, Япония, Словения, Ҡытай, Греция һәм башҡа ил журналистары.
2001 йылда Владимир Путин ҙур матбуғат конференциялар форматын индерҙе. Шунан алып был саралар йыл һайын тиерлек уҙғарылып килә. 2005 йылда, 2008 йылдың май айынан 2012 йылдың майына тиклем осорҙа ғына тәнәфес булды. 2008 йылда Владимир Путин матбуғат конференцияһын президентлыҡтан китеүсе статуста ойошторҙо. 2012 йылда дәүләт башлығы вазифаһына кире ҡайтҡас яңынан ҙур матбуғат конференциялары уҙғарыла башланы.
2008 йылда Владимир Путиндың киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән иң оҙаҡ осрашыуы булды – ул 4 сәғәт 40 минут дауам итте. Был ваҡыт эсендә президент 106 һорауға яуап биреп өлгөрҙө. 2001 йылда иң ҡыҫҡаһы булды, ул 1 сәғәт 33 минут барҙы. Былтыр дәүләт башлығы журналистар менән 3 сәғәт 50 минут аралашты һәм 67 һорауға яуап бирҙе. 2017 йылда сараның күпме барасағын алдан фараз итеп булмай. Әммә 2008 йылдағы рекорд ҡуйылмаҫ тигән ихтималлыҡ бар: көндөң икенсе яртыһында Владимир Путиндың Кремлдә бер нисә осрашыуы күҙалланған.
13 декабрҙә матбуғат секретары Дмитрий Песков президенттың төрлө өлкәләрҙә бихисап мәғлүмәттәргә анализ яһап, «иртәнән кискә ҡәҙәр» матбуғат конференцияһына әҙерләнеүен белдерҙе.
Президенттың матбуғат конференцияһын «Россия-1», «Россия-24», «Первый канал» телеканалдары; «Вести ФМ», «Маяк», «Радио России» радиостанциялары тура эфирҙа күрһәтәсәк.
http://www.bashinform.ru/news/1092584-segodnya-14-dekabrya-proydet-bolshaya-press-konferentsiya-vladimira-putina/
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика