Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
11 Декабрь 2017, 11:30

Рәсәйҙең өс ҡалаһында Америка Ҡушма Штаттары консуллыҡтары яңынан визалар бирә башланы

visa.ru
visa.ru
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Санкт-Петербургта, Екатеринбургта һәм Владивостокта Америка Ҡушма Штаттары консуллыҡтары иммиграция булмаған визалар алыуға яңынан әңгәмәләр уҙғара башланы. Интервьюлар иҫәбе дипломатик вәкиллек хеҙмәткәрҙәре һанының кәмеүенә күрә сикләнәсәк, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.
Америка Ҡушма Штаттары 23 августан бөтә Рәсәй буйлап иммиграция булмаған визалар биреүҙе туҡтатып торҙо. 1 сентябрҙән был процедура Америка Ҡушма Штаттарының Мәскәүҙәге илселегендә генә яңынан эшләй башланы. Хәҙер визаны тағы өс ҡалала алырға мөмкин.
http://www.bashinform.ru/news/1090738-v-trekh-gorodakh-rossii-konsulstva-ssha-vozobnovili-vydachu-viz-/
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: