09:52 (UTC+5), 11 Декабря 2017

Башҡортостанда мәшғүлеккә ярҙам буйынса идара итеү комитеты ойошторолдо

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда республика башлығы ҡарамағындағы Инвестиция мөхитен яҡшыртыу һәм экспортты үҫтереү буйынса йәмәғәт советының эшсе төркөмө — хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыу һәм мәшғүлеккә ярҙам буйынса төбәк программаһын тормошҡа ашырыу буйынса идара итеү комитеты ойошторолдо. Башҡортостан башлығының тейешле бойороғо төбәктең рәсми хоҡуҡи-мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫары — Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьев идара итеү комитеты етәксеһе итеп тәғәйенләнде.
Идара итеү комитеты составында — Иҡтисади үҫеш министрлығы, Хеҙмәт министрлығы, Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостандың Үҫеш корпорацияһы, Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, республиканың Фәндәр академияһы, Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Ауыл хужалығы, Урман хужалығы, Мәғариф, Сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте, Финанс министрлыҡтары, Мәғлүмәтләштереү һәм «Асыҡ Республика» системаһының эш итеүе мәсьәләләре буйынса дәүләт комитеты, шулай уҡ Сауҙа-сәнәғәт палатаһы һәм «Баштехинформ» республика ғилми-технологик һәм мәғлүмәт комплексы етәкселеге.
http://www.bashinform.ru/news/1090786-v-bashkirii-sozdan-upravlyayushchiy-komitet-po-podderzhke-zanyatosti/
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика