03:00 (UTC+5), 08 Декабря 2017

Константин Толкачев Волга буйы федераль округында закондар сығарыуҙы үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләнде

БР Дәүләт Йыйылышының матбуғат хеҙмәте
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 8 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев Волга буйы федераль округы биләмәһендә закондар сығарыу эшмәкәрлеген үҫтереүгә индергән байтаҡ ҙур өлөшө өсөн Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкилдең Почет грамотаһы менән бүләкләнде.
Награданы Өфөнөң Конгресс-холында Рәсәй Федерацияһы Волга буйы федераль округы субъекттарының Дәүләт власының закондар сығарыу (вәкиллекле) органдары ассоциацияһының LII ултырышында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич тапшырҙы. Шундай уҡ наградалар менән Татарстан Дәүләт Советы Рәйесе Фәрит Мөхәмәтшин һәм Ульяновск өлкәһе Закондар сығарыу Йыйылышы Рәйесе Анатолий Бакаев бүләкләнде. Михаил Бабич бүләкләнгән һәр парламентарийҙың закондар сығарыу үҫешендәге ҡаҙаныштарын һанап үтте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика