17:23 (UTC+5), 05 Декабря 2017

«Берҙәм Рәсәй»ҙең XVII съезында Башҡортостан делегацияһын Рөстәм Хәмитов етәкләй

«Берҙәм Рәсәй» партияһы төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. «Берҙәм Рәсәй»ҙең XVII съезына Башҡортостандан 18 делегат бара. Делегацияны республика Башлығы, «Берҙәм Рәсәй»ҙең Юғары Советы ағзаһы Рөстәм Хәмитов етәкләй. 5 декабрҙә үткән йомғаҡлау конференцияһында «Берҙәм Рәсәй»ҙең төбәк бүлексәһе секретары, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев ошо хаҡта хәбәр итте. Сарала Башҡортостан Башлығы хакимиәте етәксеһе Владимир Нагорный һәм партияның үҙәк башҡарма комитеты департаменты советнигы Александр Долганов ҡатнашты.
Съезда ҡатнашыусылар араһында Өфө, Салауат, Белорет, Мәсетле, Ғафури, Бишбүләк, Балтас, Йылайыр, Илеш, Дәүләкән, Бәләбәй, Борай һәм башҡа райондарҙың вәкилдәре бар. Делегаттар төрлө һөнәр эйәләре — уҡытыусылар, табиптар, ауыл биләмәләре башлыҡтары, предприятие етәкселәре һәм мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре.
«Берҙәм Рәсәй»ҙең XVII съезы 22-23 декабрҙә уҙа. Унда партияның 2018 йылға өҫтөнлөклө бурыстары билдәләнә һәм кадрҙар үҙгәреше көтөлә. Съезд барышында партия проекттары күргәҙмәһен һәм ете дискуссия майҙансығын ойоштороу ҡаралған. Уларҙы уҙғарыу йомғаҡтары буйынса партияның һайлау алды программаһын тормошҡа ашырыуҙы контролдә тотоу буйынса комиссия ултырышын үткәреү күҙаллана, тип хәбәр иттеләр «Берҙәм Рәсәй» төбәк бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика