06:47 (UTC+5), 01 Декабря 2017

Рөстәм Хәмитов Башҡортостандан Дәүләт Думаһы депутаттары һәм Федерация Советы ағзалары менән осрашты

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 1 декабрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Башҡортостандан Федерация Советы ағзалары һәм Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары менән осрашты. Осрашыуҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡатнашты.
Республиканың социаль-иҡтисади үҫеше, төбәктең һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, торлаҡ-коммуналь өлкәләрҙе, юл төҙөлөшөн үҫтереүгә йүнәлтелгән федераль программаларҙа ҡатнашыу мәсьәләләре тикшерелде.
Перспективалы үҫеш өсөн республикаға ресурстар, инвестициялар, шул иҫәптән федераль бюджеттан ҙур проекттарҙы берлектә финанслау кәрәк, тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Яҡын киләсәккә бурыстар хаҡында һөйләгәндә, республика Башлығы Өфөлә яңы күперҙәр төҙөү, халыҡты иҫке һәм авариялы торлаҡтан күсереү кәрәклеген билдәләне.
Осрашыуҙа шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына әҙерлек тикшерелде.
– Республика юбилейына планлаштырылғандың барыһын да тормошҡа ашырыу күҙаллана, – тине Рөстәм Хәмитов. – Мәскәүҙә лә юбилейға арналған саралар үткәрергә йыйынабыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика