07:00 (UTC+5), 30 Ноября 2017

Башҡортостандың киләсәге компетенцияларҙа, креатив һәм инициативалы белгестәр, йәштәр һәләтендә – Рөстәм Хәмитов

Олег Яровиков
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 30 ноябрҙә республика Дәүләт Йыйылышына Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһай. Төбәк етәксеһе республиканың конкуренцияға һәләтлеген күтәреү, уның иҡтисадын нығытыу буйынса төп бурыстарҙы атаны.
«Яңы иҡтисад сифатына илткән төп факторҙар булып хеҙмәт етештереүсәнлеге үҫеше тора. Башҡортостан алты һынау төбәк иҫәбендә тейешле федераль программаға инә. Шундай уҡ төбәк программаһын әҙерләү тора. Унда ҡатнашҡан предприятиеларҙың был күрһәткесте 2025 йылға кәмендә 30 проценттҡа арттырыуҙы күҙ уңында тоторға кәрәк, — тине Рөстәм Хәмитов. — Беҙҙең бурыс – хеҙмәт етештереүсәнлеге буйынса илдең ун алдынғы төбәгенә инеү. Уны уңышлы хәл итеү күбеһенсә белгестәрҙең компетенцияһына бәйле. Уларға сифатлы яңы процестар эшләтеп ебәреү зарур. Бер үк ваҡытта инвестициялау, етештереү базаһын һәм кадрҙар потенциалын нығытыу мотлаҡ».
Башҡортостан Башлығы һүҙҙәренсә, бөгөн тәү сиратта хеҙмәт, шул иҫәптән интеллектуаль ресурстар теләһе ҡайһы биләмә үҫешенең төп этәргес көсө булып тора. Республиканың киләсәге компетенцияларҙа, бөтә өлкәләрҙә лә ыңғай үҙгәрештәр булдыра алған креатив һәм инициативалы белгестәр, йәштәр һәләтендә.
«Шул уҡ ваҡытта Рәсәйҙә 90-сы йылдар аҙағында демографик «соҡор» булыу сәбәпле 2030 йылға 35 йәшкәсә йәштәр һаны яҡынса дүрттән бер өлөшкә кәмейәсәк. Был шарттарҙа илдә, Рәсәй иҡтисадында һәр йәш кеше ҡәҙерле булып китә, — тип билдәләне төбәк етәксеһе. — Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт кимәле, уларға ҡуйылған тормошҡа ынтылыш даирәһе, инновацияларға әҙерлек – республиканың конкуренцияға һәләтлеген күтәреү, иҡтисадты нығытыу өсөн алдағы ун йылға төп фактор һәм ресурс ул».
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың Мөрәжәғәтнамәһе тексын «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтында уҡырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика