Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.69
-0.36
98.56
-0.08
82.82
-0.85
2+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Ноябрь 2017, 09:40

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы алдында Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов 30 ноябрҙә республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһай. Киләһе йылға республиканың төп документы закондар сығарыу йыйылышының пленар ултырышы сиктәрендә уҡып ишеттереләсәк.
Республика Башлығының йыллыҡ Мөрәжәғәтнамәһе – ил масштабында һәм халыҡ-ара даирәлә сәйәси һәм иҡтисади реаль нәмәләрҙе иҫәпкә алыу менән яҡын киләсәккә төп үҫеш йүнәлештәрен билдәләгән мөһим документ.
Башҡортостан Башлығы республиканың социаль-иҡтисади торошон, социаль йөкләмәләрҙең үтәлешен баһалаясаҡ. Мөрәжәғәтнамә төбәк тормошоноң бөтә яҡтарын – закондар сығарыу базаһының, иҡтисадтың, төрлө сәнәғәт тармаҡтарының һәм ауыл хужалығының, һаулыҡ һаҡлауҙың, мәғарифтың, мәҙәниәттең, граждандарҙың социаль яҡлау хәлен үҙ эсенә ала.
Рөстәм Хәмитов һигеҙенсе тапҡыр Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһаясаҡ. Ғәҙәттәгесә, республика етәксеһенең сығышында төп урынды иҡтисад мәсьәләләре биләй, сөнки нәҡ иҡтисад мәҙәниәт, мәғариф өлкәләре, тәрбиә биреү процесы менән бәйле мәсьәләләрҙе уңышлы хәл иткән төп нигеҙ булып тора. Төбәк Башлығы кешеләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу һәм республиканың артабанғы үҫеше темаһына йыл һайын иғтибар бүлә.
Былтыр Башҡортостан Башлығы муниципаль берәмектәр эшенә, уларҙың килем базаһына баҫым яһаны. Республиканың бөтә иҡтисад үҫешенең нигеҙе булараҡ идара итеүҙе яңыса ҡороуға күп иғтибар бүленде. Мөрәжәғәтнамәлә һүҙ яңы идара итеү механизмдарын индереү, йәмғиәтте һәм бөтә иҡтисад тармаҡтарын мәғлүмәтләштереү хаҡында барҙы. Бынан тыш, халыҡтың йәшәү сифатын тәьмин иткән тармаҡтарға ҙур иғтибар бүленде. Рөстәм Хәмитов һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, социаль өлкә хеҙмәттәре менән ҡулланыу уңайлығы тураһында һөйләне.
Йәмәғәтселек Мөрәжәғәтнамәне дөйөм үҫеш стратегияһы, дәүләт власының башҡарма органдары, урындағы үҙидара органдары, бизнес-берләшмә вәкилдәренең эшмәкәрлегенә ҡулланма булараҡ ҡабул итә.
Автор:Ғәлиә Нәбиева
Читайте нас: