12:13 (UTC+5), 27 Ноябрь 2017

Төбәктә граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығы башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 ноябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары граждандарҙы ҡабул итеү аҙналығында ҡатнаша. Ул 27 ноябрҙән 3 декабргә тиклем дауам итә. Республикала йәшәүселәр бөтә кимәлдәге парламентарийҙарға, башҡарма дәүләт власы һәм урындағы үҙидара органдарына һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала.
«Был сара изге йолаға әүерелгән. Ул халыҡҡа көнүҙәк мәсьәләләрҙе оператив хәл итергә, ә власть органдары вәкилдәренә нимә өҫтөндә эшләргә кәрәклеге тураһында сигнал бирә. Ҡабул итеү аҙналығы бөтә ҡала һәм райондарҙа ойошторола. Граждандарҙы меңдәрсә депутат — Дәүләт Думаһы кимәленән алып ауыл советтарына тиклем, шул иҫәптән 90-дан ашыу депутат — Дәүләт Йыйылышының «Берҙәм Рәсәй» фракцияһы ағзалары ҡабул итә, — тине республика парламенты рәйесе Константин Толкачев. — Ҡабул итеүҙәр формаль рәүештә генә үтмәһен, ә аныҡ проблемаларҙы хәл итһен ине».
Ҡабул итеү урыны һәм ваҡыты тураһында республика халҡы муниципаль берәмектәрҙең рәсми сайттарында белә ала. «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесе Дмитрий Медведевтың Башҡортостандағы төбәк йәмәғәтселекте ҡабул итеү бүлмәһендә ҡабул итеү графигы партияның төбәк бүлексәһе сайтында баҫылған.
Константин Толкачев граждандарҙы ҡабул итеүҙе 1 декабрҙә видеоконференция режимында үткәрергә ниәтләүен белдерҙе. Парламент спикерының һайлаусылар менән аралашыуы иртәнге сәғәт 10-да башлана.
«Былтыр ҙа ошондай форматты һайлағайныҡ һәм уны ҡабатларға йыйынабыҙ. Алыҫ ҡалалар һәм райондарҙа йәшәүселәр өсөн был бик уңайлы. Һорау бирергә барыһының да Өфөгә килеү мөмкинлеге юҡ. Видеобәйләнеш иһә республика халҡының ҡатмарлы мәсьәләләрен тиҙ арала хәл итергә мөмкинлек бирә», — тип асыҡлыҡ индерҙе Константин Толкачев.
Аҙналыҡ барышында депутаттар тематик, күсмә, шул иҫәптән медицина учреждениеларында һәм холоҡ төҙәтеү колонияларында ҡабул итеүҙәр ойошторорға ниәтләй.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика